Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
10 Ноябрь 2023, 08:00

Хөрмәтле Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙең һөнәри байрам йәмғиәттәге мөһим ҡиммәттәр – законлылыҡты, тәртипте һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау менән бәйләнгән. Граждандарҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау, уларға ауыр минуттарҙа ярҙамға килеү, хоҡуҡ тәртибен боҙоуға ҡаршы көрәшеү бурысы Һеҙгә ышанып тапшырылған. Артабан да Рәсәй полицияһының билдәле традицияларын һаҡлап ҡалырһығыҙ, хеҙмәтегеҙҙе намыҫлы башҡарырһығыҙ тип ышанам.

Матур байрам көнөндә оло рәхмәт һүҙҙәрен тормош юлын ошо ауыр хеҙмәткә арнап, йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүгә күп көс һалған Эске эштәр органдары ветерандарына еткерәм.

Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Ғ.М. Манапов,

район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: