Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
4 Ноябрь 2023, 08:30

Хөрмәтле райондаштар!

Барығыҙҙы ла Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!

Хөрмәтле  райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!

Был байрамды беҙ илебеҙ азатлығын һаҡлап алып ҡалған ватандаштарыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡлау көнө һәм халҡыбыҙҙың тарихи батырлығына хөрмәт булараҡ билдәләйбеҙ. Башҡортостан Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһе. Ул милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора. Артабан да тыуған еребеҙҙең үҫеше өсөн, халҡыбыҙҙың тыныслығы һәм именлеге хаҡына ошо берҙәмлекте һаҡларға тейешбеҙ.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эшегеҙҙә уңыштар һәм берҙәмлек теләйем!

Ғ.М. Манапов,

район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: