Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
4 Ноябрь 2023, 19:00

Ағиҙел ағинәйе

Сабирова Рәйсә Сабир ҡыҙы, беҙҙең Ағиҙел ағинәйе. Рәйсә апай 1933 йылда Белорет районының Ассы ауылынан партия мәктәбен үтеү өсөн Өфө ҡалаһына күсеп барған йәш ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Дүрт йәшендә генә етем ҡалып, туғандары ғаиләләрендә буй еткерә . Әсә һөтөнән мәхрүм ҡалған ҡустыһы дүрт айлыҡ ҡына сағында үлеп китә. 1952 йылда мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙы Брәтәк ауылындағы балалар йортона эшкә ебәрәләр. Йәш кенә булһа ла, тырышлығы, ныҡышмал булыуы менән башҡаларҙан айырылып торған Рәйсәне шул йылда уҡ тәрбиәсе итеп тәғәйенләйҙәр.

Ағиҙел ағинәйе
Ағиҙел ағинәйе

Шул йылды район үҙәгендә эшләп йөрөгән Ғәлимйән Хәлфетдин улы балалар йортона уҡытыу-тәрбиә эшен тикшерергә бара. Илгәҙәк, һылыу ҡыҙ йәш егеттең йөрәгендә һөйөү хисе уята, ҡыҙ ҙа олпат, аҡыллы егетте оҡшата. Улар бер-береһенә ғашиҡ була.

Шулай итеп, 1953 йылда Бөрйән районында тағы бер ғаилә - Ишкининдар ғаиләһе  барлыҡҡа килә. Йәштәр район үҙәгендә төпләнә. Матур, татыу, эшһөйәр ғаиләлә, ата-әсәһен ҡыуандырып, бер-бер артлы өс бала донъяға килә. Эшенә, тыуған яғына тоғро йәш белгесте - ваҡытында физика һәм математика буйынса юғары уҡыу йортон тамамлаған Ғәлимйән ағайҙы партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Унда ла һынатмай ул.

1969 йылда Ишкинин Ғәлимйән Хәлфетдин улын Ағиҙел мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Өс балалы ғаилә Ағиҙел ҡасабаһына күсеп килә. Уларға мәктәпкә яҡын ғына урынлашҡан ике яҡлы леспромхоз өйөн бирәләр. Йыуып-йышып, таҙартып, матурлап алғандан һуң Ишкининдар ғаиләһе шул йортта тормош көтә башлай. Иртә таңдан ғаилә башлығы мәктәпкә ашыға. Ҡатыны Рәйсә, балаларын мәктәпкә оҙатып, ҡош-ҡортон ҡарап, көндөҙгө аш әҙерләгәнсе, балаларына мәктәптән ҡайтырға ла ваҡыт етә. Төштән һуң инде Рәйсә апайҙың мәктәп эше башлана - балаларға дәрес әҙерләтеү, шахмат, шашка буйынса түңәрәктәр, ярыштар үткәреү – йөҙөп йөрөп, ихлас  эшләй ул. Балалар ҙа уны ярата. Ул ваҡыт уҡытыусыларының эше  дәрес биреп ҡайтыу менән генә сикләнмәй торған ине. Концерттар ҡуйыу, спектаклдәрҙә ҡатнашыу, төрлө фәндәр буйынса балаларҙы олимпиадаларға әҙерләү - барыһы ла уҡытыусылар өҫтөндә булды.

Ата-әсәләр леспромхозда ауыр эштәрҙә эшләһәләр ҙә, йыйылыштарҙы бер ҡалдырмай йөрөй торғандар ине. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә уҡытыусыларҙы ихтирам итеп торҙо. Балалар тырышып уҡыны, тыңлаусан булды, әйткәнгә һәр саҡ ҡолаҡ һалырҙар ине. Мәктәптә  коллективыбыҙ ҙа шул тиклем татыу булды. Ярҙамсыл булдылыр. Мәктәбебеҙҙең ҡаҙаныштары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, уҡыу буйынса ла, спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәнек. Ғәлимйәнем директор саҡта туғыҙ йыл рәттән районда беренсе урында булдыҡ. Күршеләрем, ғөмүмән, Ағиҙел халҡы менән һәр саҡ татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәнек. Беҙҙең быуын кешеләренең күптәре инде баҡыйлыҡта, һағынып иҫкә алырға ғына тороп ҡалды, - тип элеккеләрҙе хәтерләп һөйләп алды  Рәйсә апай.

Фәриҙә Айытбаева.                       

Һүрәттә: Рәйсә Сабир ҡыҙы ейәне Рафаэль һәм уның ғаиләһе менән.

 

Автор:
Читайте нас: