Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
3 Ноябрь 2023, 09:45

Яңы йыл каникулдарында нисә көн ял итәбеҙ?

2024 йылда яңы йыл каникулдары 10 көн була. Оҙайлы ялдар 2023 йылдың 30 декабренән башлана һәм 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. Ғөмүмән, етеп килгән 2024 йылда буласаҡ байрамдарҙа нисек ял итәсәкбеҙ һуң?

Яңы йыл каникулдарында нисә көн ял итәбеҙ?
Яңы йыл каникулдарында нисә көн ял итәбеҙ?

Әйткәндәй, «Башинформ» Рәсәй Хеҙмәт министрлығының киләһе йылда ял һәм байрам көндәрен күсереү тураһында проектын баҫтырып сығарғайны.

Яҙ көнө рәсәйҙәрҙе дүрт көнлөк ике ял осоро көтә: 28 апрель — 1 май һәм 9 — 12 май.

Ватанды һаҡлаусылар көнө (23 — 25 февраль) һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (8-10 март) уңайынан өсәр көн ял итәбеҙ.

2024 йылда 12 июндә (Рәсәй Көнө) һәм 3-4 ноябрҙә лә (Халыҡтар берҙәмлеге көнө) ял була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-02/novogodnie-vyhodnye-v-2024-godu-prodlyatsya-10-dney-3503378

 

Автор:
Читайте нас: