Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
3 Ноябрь 2023, 08:50

Күпер, стела, таҡтаташтар асыла, турнир үтә...

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Бөрйән районы биләмәһендә ҙур саралар үтә. Тәғәйен алғанда...

Күпер, стела, таҡтаташтар асыла, турнир үтә...
Күпер, стела, таҡтаташтар асыла, турнир үтә...

3 ноябрь

-Яңы Монасип менән Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырған күперҙе асыу тантанаһы. 11.00 сәғәттә башлана.

4 ноябрь

-Әбделмәмбәт ауылында Хәрби разведка көнөнә арналған стеланы асыу. 09.30 сәғәттә.

- Әбделмәмбәт урта мәктәбендә хәрби хәрәкәттәр ветераны, Шайморатов Генерал һәм “Ҡаһарманлыҡ” ордендары кавалеры, сержант Ғәлин Илшат Әсхәт улы иҫтәлегенә асыҡ волейбол турниры. 10.00 сәғәттә башлана.

-Килдеғол ауылында МХО барышында һәләк булған Ғәлин Фәйез Ғәбит улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыу. 12.00 сәғәттә башлана.

5 ноябрь

-Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбендә “Ҡаһарманлыҡ” ордены кавалеры, кесе сержант Сәғитов Илнур Иршат улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыу. 10.00 сәғәттә башлана.

-Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда Хәрби разведка көнөнә арналған митинг.

Шулай уҡ ноябрҙең 1-енән алып 4-енә тиклем райондағы барлыҡ мәҙәниәт учреждениеларында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тематик саралар ойошторола.

3-8 ноябрҙә “Халыҡтар күп – ил берәү” тигән девиз аҫтында йыл һайын үтә торған Халыҡ-ара акция - “Ҙур этнографик диктант” үтә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, дуҫтар!

Берҙәмлектә – көс! Татыулыҡта – бәрәкәт!

 

Күпер, стела, таҡтаташтар асыла, турнир үтә...
Күпер, стела, таҡтаташтар асыла, турнир үтә...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: