Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
1 Ноябрь 2023, 08:30

Суд приставтары закондарҙы үтәргә саҡыра

Бөгөн суд приставтары һөнәри байрамдарын билдәләй.  Суд приставтарының Бөрйән районы бүлексәһендә 12 хеҙмәткәр эшләй.

Суд приставтары закондарҙы үтәргә саҡыра
Суд приставтары закондарҙы үтәргә саҡыра

Суд приставтарының Бөрйән районы бүлексәһендә 12 хеҙмәткәр эшләй: бүлек начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – өлкән суд приставы Рәфил Йәрмөхәмәтов, уның  урынбаҫары Данир Бураншин, башҡарыусы суд приставы Әлфиә Вәлитова, өлкән белгес Азалия Ишмырҙина, суд барышында тәртип һаҡлау, суд һәм суд приставтары хеҙмәте биналарында һаҡты тәьмин итеү хеҙмәткәрҙәре – сменаның өлкән суд приставы Иршат Хәлитов, кесе суд приставтары Илдар Билалов, Саръян Ғәбиҙуллин, Иршат Иҫәнғужин, Фәнүр Исхаҡов, Руслан Йортбағышев, водитель Илфат Ишмырҙин һәм бинаның таҙалығын тәртиптә тотоусы Айһылыу Хәкимова.

Бүлексә начальнигы Р.Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, коллектив татыу, һәр хеҙмәткәр үҙенә йөкмәтелгән хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән башҡара, эштәренә яуаплы ҡарай, закон нормаларына ярашлы, әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Улар төрлө спорт сараларында ҡатнаша, физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшыра.

Бөгөнгө көндә суд приставтары тарафынан 8 меңдән ашыу эш алып барыла. Уларҙың күбеһе кредит түләмәүселәр буйынса – 3600 кешенең банк алдында түләнмәгән бурысы тора. Икенсе урында - алименттан тайпылыусылар, улар 200-гә яҡын кеше. Был һан бәләкәй район өсөн бик күп, ти Рәфил Рауил улы.

- Закон буйынса бурысы булған кешегә башҡарма производствоны ҡуҙғатыу тураһындағы ҡарарҙы алғандан һуң бурысын түләргә 5 көн ваҡыт бирелә. Әгәр биш көн эсендә бурыс түләнмәһә, беҙ башҡарма йыйым һалырға һәм бурысты мәжбүри түләтергә тейешбеҙ.  Әгәр физик шәхескә ҡарата башҡарма производство бар икән, ул йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыуға ғариза бирә ала. Тағы ла район халҡына шуны еткергем килә: әгәр һеҙгә ЮХХДИ тарафынан йә башҡа төрлө штраф килә икән, уны ваҡытында түләргә кәрәк.

Граждандар өсөн өйҙән сыҡмайынса ла суд приставтары менән эш итеү мөмкинлеге бар. Башҡарма производство менән бәйле һорауҙарҙың күпселек өлөшөн онлайн – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша хәл итергә мөмкин.

- Коллегаларымды, ветерандарҙы байрам менән ҡотлайым. Иң мөһиме, һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем, - тине Рәфил Рауил улы.

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: