Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
29 Октябрь 2023, 08:45

40 йылға яҡын руль артында

“Бәләкәй саҡта уҡ техника тип иҫ китә торғайны. Күрше ағайҙарҙың тракторҙарын, матастарын ремонтлашам. Әсәйемдең: “Ҡайта белмәгәсең, сығып кит уларға ул булып”, тип әрләүе лә туҡтатмай, иң мөһиме, мине тракторҙарына ултыртып ҡына йөрөтһөндәр инде”.  Урман хужалығының урман янғындарын һүндереү бүлегендә эшләүсе Зөфәр Ҡолбирҙиндың руль артына ултырыуына тиҙҙән 40 йыл тула.  

40 йылға яҡын руль артында
40 йылға яҡын руль артында

Урман хужалығына эшкә урынлашҡас, КамАЗ-4320 машинаһында ғына 14 йыл руль борҙом. Урманда ағас, ҡырға таҡта ташыным. Ҡайтыр яҡҡа йә аҙыҡ-түлек, йә запчасть тейәнем. Ҡайҙа ғына йөрөмәнем. Этлектәрҙе лә күп күрелде инде. Ундағы ыҙалауҙар, батыуҙар, көн-төндәрҙең буталыуҙары, тейәлгән йөктө кире бушатыуҙар... Уларҙы иҫләй башлаһам, кискә тиклем дә һөйләп бөтә алмаҫмын ул. Элек әллә ямғыр ҙа йыш яуҙымы, кеше лә урманды һирәк ҡыҙырҙымы, урмандарҙағы юлдар үтеп сыҡҡыһыҙ булды, - ти Зөфәр Зәйнулла улы, артта ҡалған хеҙмәт йылдарын хәтерләп.

Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас: