Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Октябрь 2023, 16:55

Икенсе икмәккә дан йырлағандар

 Картуф беҙҙең өҫтәлдәрҙә икмәктән ҡала икенсе урында йөрөгән ризыҡ. Ыpғыҙлы мәҙәниәт йортонда “Каpтуф байрамы” үткән. Ойоштороусылар яратҡан ризығыбыҙҙың тыуған иле, беҙҙең яҡҡа килеп сығыу тарихы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән таныштырғандар.

Икенсе икмәккә дан йырлағандар
Икенсе икмәккә дан йырлағандар

-Картуф, кәртүк, бәрәңге, ер алмаһы тип тә йөрөтәләр уны. Атамаһы төрлө булһа ла, бөтәһе лә был аҙыҡты көнкүрештә берҙәй киң ҡуллана. Ысынлап та, икенсе икмәгебеҙгә тиң картуфһыҙ табынды күҙ алдына ла баҫтырыу ҡыйын. Бына ошо оло ризығыбыҙға арнап Ыpғыҙлы мәҙәниәт йортонда “Каpтуф байрамы” үтте. Сараның төп өлөшөндә яратҡан ризығыбыҙҙың тыуған иле, беҙҙең яҡҡа килеп сығышы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән таныштыҡ. Шулай уҡ был тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризығыбыҙҙың бик күп файҙалы яҡтары булыуында белдек.
Артабан, хәрәкәттә — бәрәкәт, тигәндәге кеүек, ошо йәшелсәне ҡулланып уйындар һәм башҡа ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо.
Ауылдаштарыбыҙ байрамға буш ҡул менән килмәне. Картуфтан яһалған кәтлит, бәрәмәстәр, ҡыҫтыбый, бәлеш һәм башҡа телде йоторлоҡ тәмлекәстәр байрам табынында үҙ урындарын алды. Сара һуңында барыһы ла картуфтан әҙерләнгән ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, сәй эсте.Байрам барыһына ла бик оҡшаны, - тип хәбәр итәләр Ырғыҙлынан.

(Ырғыҙлы мәҙәниәт йорто .төркөмөнән).

Икенсе икмәккә дан йырлағандар
Икенсе икмәккә дан йырлағандар
Икенсе икмәккә дан йырлағандар
Икенсе икмәккә дан йырлағандар
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: