Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
1 Октябрь 2023, 15:00

Әтек мәктәбенә - 100 йыл

Әтек ауылы - иң боронғо ауылдарҙың береһе. Эргә-тирәләге күп кенә ауылдарға нигеҙ һалыусы ла әтектәр. Бөрйән волосында иң беренсе дини мәктәп тә Әтек ауылында асыла. 1913 йылда Мөхәмәтшәриф Дәүләткилдин хәҙрәттең тырышлығы арҡаһында тәүге мәҙрәсәгә нигеҙ һалына. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт Бохарала юғары дини мәктәп тамамлай. Уҡыған сағында Күгәрсен районында йәшәгән Шәмиғол хәҙрәт менән Баймаҡтан Мөжәүир хәҙрәттәр уны үҙҙәренең остаздары итеп күрәләр.

Әтек мәктәбенә - 100 йыл
Әтек мәктәбенә - 100 йыл

Сөнки Мөхәмәтшәриф уларҙан 2 йылға алданыраҡ уҡырға  ингән, шул уҡ ваҡытта көслө шәкерт тә булған. Ул үрҙә әйтелеп үткән иптәштәренә бөтә яҡлап та ярҙам итә торған булған.

Әтектә ул дини йолаларҙы ғына уҡытып сикләнмәгән, шәкерттәрен ғәрәп телендә уҡырға һәм яҙырға ла өйрәткән.  Мәҙрәсә ике ҡатлы булған, дүрт бүлмәнән торған. Уның бинаһы эргәһендә тағы ике бүлмәле йорт төҙөткән (хәҙергесә әйткәндә, уҡытыусылар бүлмәһе, кәрәк-яраҡтар урынлаштырыу өсөн ҡулланылған).

Мәҙрәсәгә күп көнә ауылдарҙан уҡырға килгәндәр. Бына шуларҙың бер нисәүһе: Сабирйән Мөхәмәтҡолов, Мансур Рахманғолов, Хафиз Дәүләтбирҙин, Зәйнетдин Буранов, Ибраһим Ишкилдин, Шәкир Сәғитов, Мансур Сәғитов, Йомағужа Айытбаев. Күптәре мәҙрәсәне уңышлы тамамлап, хәлфә булып сығалар.

Илдә барған сәйәси ваҡиғалар Әтеккә лә йоғонто яһамай ҡалмай. 1918 йылдың 23 ғинуарында «Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында», 1918 йылдың 16 октябрендә «Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһында», «Милли аҙсылыҡ өсөн мәктәптәр тураһында» декреттар баҫылып сыға. Был дәүләт акттары мәктәптәрҙә дингә бәйле предметтарҙы уҡытыуҙы туҡтатыуҙы, түләүһеҙ белем биреүҙе, ҡатламдар өсән мәктәптәрҙе бөтөрөүҙе, малайҙар менән ҡыҙҙарҙы бергә уҡытыуҙы, туған телдә уҡыу мөмкинлеген аңлата.          

 

(Тулы варианты гәзиттең 39-сы һанында).

Автор:
Читайте нас: