Бөтә яңылыҡтар

Ҡайным ҡунаҡ эйәртеп ҡайтырға яратты...

...Улай йүгерәм,былай йүгерәм. Ит һалдым да ул, һалмаһын йәйә белмәйем. Бейем һымаҡ килештерә белмәйерәк ятам инде. Бейем миңә: -Һалма аша гәзиттең яҙыуын үтә күреп, уҡый алырлыҡ булырға тейеш!- тип өйрәтә. Ә минең бер еренән гәзиттең яҙыуы куренә,бер еренән күренмәй, ҡайһы бер еренән гәзит үҙе күренеп ята. Бил ҡалмай, тирләшеп, бешеп, геометрия фәне ғалимдары уйлап табырға башы етмәгән фигура килтереп сығарам, малай. Һәпрә бисәнең итәге ҡошап китә ул минең йәйгән һалмалар... Уй, Аллам,хәҙерге анау әҙер һалмалар минең өсөн уйлап табылған тейем дә ҡуям мин. Тулыраҡ – артабан.

Ҡайным ҡунаҡ эйәртеп ҡайтырға яратты...
Ҡайным ҡунаҡ эйәртеп ҡайтырға яратты...

Мин кейәүгә сығып, Рәмистәрҙә йәшәй башлағас, бейем мн ҡайнымдың ҡунаҡҡа йөрөгәненә иҫем китә торғайны
Аҙнаның ете көнөнөң туғыҙын ҡунаҡ менән үткәрәләр. Кем генә килмәй, ҡайҙа ғына бармайҙар. Көнөнә дүрт тапҡыр өҫтәл әҙерләп, ҡунаҡ йыйған саҡтар ҙа булды. Береһен оҙатаһың, икенсеһе килә...

Хатта ҡайһы бер ҡунаҡтар, тәүгеләре сыҡҡанын көтөп, кухняла ултырып торған саҡтары ла булды. Уныһы инде ҡайным хужалар мн онотолоп ултырған саҡта, ябай ҡара халыҡ кухняла булып тора.

Ҡайным мн бер ҡайҙа ҡунаҡҡа барырға ҡурҡып торола, сөнки ул һәр ваҡыт кире саҡырып ҡайта. "Бер сәғәттән беҙгә!"- тей ҙә ҡуя. Өйҙә икмәк бармы, иҙән йыуылғанмы, йыйыштырылғанмы- уныһы мөһим түгел. Балалар бәләкәй булғас, төрлө саҡтар була бит инде. Ҡайтаһың да, йөрөйһөң ут ҡапҡан кеүек.

Үҙҙәре генә ҡунаҡҡа китһә лә саҡыра ла ҡайта. Бер шулай Ермолаевкаға киттеләр. Бер төн йоҡлап, иртәгеһенә ҡайтырға тейештәр. Минең балалар бәләкәй, Арыҫланға йәш тулмаған әле, Уралияға өс йәш булып бара.

Ҡайным иртә менән шылтырата:
- Килен, аш һал да һалмалап тороп, ул-был йүнәтеп ҡуй, беҙ, ҡоҙаларҙы эйәртеп, ҡайтырға сыҡтыҡ!

Улай йүгерәм,былай йүгерәм. Ит һалдым да ул, һалмаһын йәйә белмәйем. Бейем һымаҡ килештерә белмәйерәк ятам инде.
Бейем миңә:
-Һалма аша гәзиттең яҙыуын үтә күреп, уҡый алырлыҡ булырға тейеш!- тип өйрәтә.
Ә минең бер еренән гәзиттең яҙыуы куренә,бер еренән күренмәй, ҡайһы бер еренән гәзит үҙе күренеп ята. Бил ҡалмай, тирләшеп, бешеп, геометрия фәне ғалимдары уйлап табырға башы етмәгән фигура килтереп сығарам, малай. Һәпрә бисәнең итәге ҡошап китә ул минең йәйгән һалмалар... Уй, Аллам,хәҙерге анау әҙер һалмалар минең өсөн уйлап табылған тейем дә ҡуям мин.

...Шулай итеп, баяғы һалма минең өсөн оло проблемаға әүерелде. Тағы балалар йөрөй аяҡ араһына сырмалып. Хәҙер уларҙан ҡотолмаҡ булып, күрше Әнисә еңгәйҙең ҡыҙҙары Рәзилә менән Юлиәгә алып барып тоҫҡамаҡ булдым.

Ҡыҙҙар ҡыуанып, балаларҙы алып ҡалырға ризалаштылар. Шунан башыма "ҡылт" итеп шәп идея килде! Шатланып киттем дә, хәлемде аңлатып: "Әнисә еңгәй, совсем ваҡытым юҡ, әллә бер-ике йәйем һалма ғына йәйеп бирәһеңме?"- тинем. Минең һалмам кеүек һалманы һин төшөңдә лә күргәнең юҡ, тип тора алмайым бит инде😂

"Ыста, йәйәм, нишләп йәймәй ти, ул-былыңды алып килеп бир ҙә..."

Сабып ҡайтып он, йомортҡа һалып алдым да кире йүгерҙем. Балаларға нянькалар булды, ит ҡайнап ултыра, һалма йәйелеп ята, үҙем өй йыйыштырып, иҙән йыуа башланым.

Залға өҫтәл һөйрәп сығарып, барлыҡ һый-ниғмәтте теҙеп ултырттым. Ҡорот, ҡаймаҡ, эремсек, салат-малат, балыҡ жарить иттем. Мунса яҡтым.
Ҡайнымдың тағы бер шәп яғы булды: ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә өйгә шылтырата. Беҙҙән дә шуны талап итте. Был юлы ла әйләнгән һайын шылтырата:

"Иҫәнғолдабыҙ, семиколенканы мендек, Сосновкаға еттек, килен, беҙ Йылайырҙа!" Әнисә еңгәмә уйнаҡлап барып индем. Һалманы йәйеп, ҡырҡып әҙерләп ҡуйған. Моҡсаны тоттом да, ике баланы алдым да, йүгерҙем өйгә. Балаларҙың бит-митен йыуып, әҙәм рәтле кейем кейҙерҙем. Һалманы һалып ҡына тора инем, ҡайтып төштө тегеләр.

Ермолаевкалағы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың баҡсалары иҫең юйып тәгәрәмәле була торғайны. Улар ниндәй генә үҫенте алып килмәй: помидор, сәскә , борос, баклажан... Улар шулай уҡ умарта тоттолар, фләге-фләге бал алып киләләр.Был юлы ла шулай булды.

Сыулашып килеп инделәр баяғылар. Вис әҙер. Ҡайнымдың фармандары үтәлгән. Ҡайным мине йығылып- түшәлеп маҡтай: "Вәт, афарин, килен! Маладис! Донъяны матур көткәнһең. Ғәлиә, ана , ҡара әле, ит бешкән, һалма әҙер, ә һин юл буйы ҡайғырып килдең!" Мин өлгөрә алмаҫ тип, бейем юлда көйәләнеп килгән икән. Минең шәп икәнде белмәйерәк йөрөгәндер инде😂😂😂 Әммә бейем һалманы күрҙе лә:
- Нишләп ромбик итеп ҡырҡманың? - тине.
-Әлләсе, улай тигеҙ килтереп сығара алманым, - тигән булдым.

"Минең" һалма дүрткел генә инее.Бейем үҙе өйрәткәнсе ҡырҡтырғыһы килгәндер инде. Ә мин бит инде геометрик фигураларҙың таныш булмағаны менән генә эш итергә яратам.

Ашап алғас, ҡоҙалар теге рассадаларын үҙҙәре баҡсаға ултыртып сыҡтылар. Мунса төштөләр. Мин маҡтаулы килен булып ҡалдым.

...Ауылға килгән әртис халҡы беҙгә килмәй ҡайтманы. Бер нисә йыл элек кенә Фирүзә Парижды сәхнәгә менеп тороп, саҡырып, алып ҡайтып йоҡлатып сығарҙы. Бибисара Азаматова мәрхүмә лә булды беҙҙә. Вәлит ағай Илембәтов, Альберт Салауатов һәр саҡ иң хөрмәтле ҡунаҡ булды. Резеда Әминева, Хәмит Тләмов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужиналар....

Ҡайным гел генә "Ҡунаҡ ашы-ҡара ҡаршы" тип әйтергә яратты. Һәм ниндәй генә ҡунаҡ килһә лә "ҡунаҡ күрһәтеү" йолаһын матур үтәне. Гел генә саҡырып ҡалыр ине, эйәртеп алып ҡайтыр ине, тарһынманы. Беҙгә ҡунаҡ килһә, балаларын булһа ла йыйып, ҡунаҡ күрһәтеп ҡалыр ине. Йәшерәк саҡта эстән әрләп йөрөһәм дә, тора-бара өйрәнеп киттем,кеше килмәйерәк торһа, күңелһеҙ булып ҡала ине. Хәҙер уйлайым да, ҡалай матур йоланы тотоп йәшәгән ҡайным, тип һоҡланам ...

Зөлфирә Таһирова, Йылайыр районы.

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: