Бөтә яңылыҡтар

Килдеғолдар бутҡа бешергән

Килдеғолда “Ҡарға бутҡаһы”на сыҡҡандар. Ҡайтҡанда: «Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!», - тигән теләктәр әйтеп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып сыҡҡандар. Тулыраҡ – артабан.

Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән

-«Ҡарға бутҡаһы» байрамы – башҡорт халҡының иң таралған яҙғы байрамдарының береһе.
Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫәпләгән. Шуға, улар хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторғандар. Йоланың әһәмиәте уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ауҙарыуға ҡайтып ҡалған. Бер аҙ үҙгәртелгән был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Төрлө ваҡытта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Беҙҙең ауылда ла халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу, ошо көндәрҙә бер нисә аҙна рәттән эҫе, ҡоро көндәр тороу сәбәпле, ямғыр һорап доғалар ҡылыу маҡсатында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо.
Тәмле бутҡа бешкән арала байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа үҙ-ара көс һынашты.
Йола буйынса бутҡаны тәмле итеп бешереп, илдә тыныслыҡ һәм мул уңыштар булһын тигән теләктәр менән балаларҙы, ололарҙы һыйланыҡ. Усманова Шәһиҙә Яңыбай ҡыҙы бешергән тәмле бутҡа барыһына ла бик оҡшаны. Ә таралышҡанда инде: «Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!», - тигән теләктәр әйтеп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып сыҡтыҡ. Артабан инде байрамда ҡатнашыусылар, балалар ямғыр яуыуын теләп бер-береһен һыу менән ҡойондороштолар, - Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Килдеғолдар бутҡа бешергән
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: