-Әбделмәмбәт мәктәбендә һабантуй ойошторолдо.
Эштәргә йомғаҡ яһау һәм бергәләп ял итеү маҡсатында - балалар һабантуйы ойошторолдо. Үткәрелгән сара уҡыусылар ѳсѳн ысын мәғәнәһендәге оло байрам булды. Балалар һәр ҡайһыһы үҙенә оҡшаған уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асты. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Һәр кем еңеүсегә тәғәйенләнгән бүләкте алыу ѳсѳн сәмләнде. Уйындарҙы уҡытыусылар күңелле итеп ойошторҙо. Һабантуйҙың уйындарын үткәреүҙә ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға - Яхин Айҙар Рауил улына һәм Ғәлина Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Һабантуй байрамы еңеүселәрҙе билдәләү һәм бергәләшеп, күңелле итеп сәй эсеү менән тамамланды, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе (Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.