Бөтә яңылыҡтар

Бөрйәндә һабантуй ҡасан була?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тәүгеләрҙән булып һабан байрамын 27 майҙа Әбйәлил, Әлшәй һәм Ҡалтасы райондарында билдәләйҙәр. Тулыраҡ – артабан.

Бөрйәндә һабантуй ҡасан була?
Бөрйәндә һабантуй ҡасан була?

3 июндә Архангел, Асҡын, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ғафури, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Күгәрсен, Миәкә, Нуриман һәм Саҡмағош райондарында һабантуй ойошторола.  

10 июндә иһә Ауырғазы, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ҡариҙел, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондарында һабантуй була.

11 июндә һабан байрамын Шаран һәм Яңауыл райондары аграрийҙары билдәләй.

17 июндә — Бәләбәй, Бүздәк, Ишембай, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында, ә 24 июндә Межгорьела.

Иң һуңғыларҙан булып һабантуй, 1 июлдә, Иглин һәм Балтас райондарында ойошторола.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-24/bash-ortostan-bashly-y-abantuy-ar-grafigyn-ra-lany-3270724

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: