Бөтә яңылыҡтар

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Хөрмәтле райондаштар! Барығыҙҙы ла Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ихлас ҡотлайым! Беренсе май байрамы хеҙмәт кешеһенә хөрмәтте, берҙәмлек һәм тыныслыҡ билдәһен үҙ эсенә ала.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Беренсе май байрамы хеҙмәт кешеһенә хөрмәтте, берҙәмлек һәм тыныслыҡ билдәһен үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көндә был төшөнсәләрҙең ни тиклем мөһим булыуын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Сөнки илебеҙҙең үҫешен Ер шарындағы бар халыҡтың да татыу, тыныс һәм берҙәм йәшәүенән, бер-береһенә ихтирам менән ҡарауынан, иғтибарлы булыуынан тыш күҙ алдына килтереп булмай.
Артабан да барлыҡ ҡаҙаныштарҙың, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, берҙәмлек һәм илһөйәрлек тойғоларын һаҡлап ҡалырға, үҫеп килеүсе быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар, тыуған еребеҙгә тотороҡло үҫеш, һәр йортҡа татыулыҡ, бәхет-шатлыҡтар һәм именлек теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: