Бөтә яңылыҡтар

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы

Бөгөн район үҙәгендә илебеҙ халҡының берҙәмлеген, татыулығын сағылдырған, хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнөн билдәләгән байрам сараһы үтте.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы

Хеҙмәт һәммәбеҙҙе берләштерә, бер маҡсатҡа тупланып, киләсәккә ҡарап эшләргә өйрәтә. Өлкән быуын өсөн был көн берҙәмлекте белдергән булһа, ә балалар, йәштәр өсөн – тәбиғәттең уяныу, сәскә атыу мәле.

Районда был матур байрамға арналған саралар йыл да уҙғарыла. Быйыл да байрам хеҙмәт коллективтары парады менән башланып китте. Район мәҙәниәт һарайы янындағы үҙәк майҙанда митинг, бай йөкмәткеле концерт үтте. Сара барышында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, Дәүләт Йыйылышы - "Ҡоролтай" депутаты А. Бейембәтов бер төркөм ирекмәндәргә, ойошма хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Байрам сараһында өлкәндәр "Таң" гәзите кубогына эстафетала, арҡан тартыш ярыштарында ҡатнашһа, балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо. 

Халыҡ өсөн сауҙа, дөйөм туҡланыу нөктәләре эшләне.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: