Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
30 Апрель 2023, 08:30

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Янғын һағы – ҡурҡыу белмәҫ, батыр кешеләр тупланған Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы оператив хеҙмәт. Улар иңенә бәлә-ҡаза була ҡалһа, граждандарҙың ғүмерен, матди һәм тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек яуаплы бурыстар һалынған. Юғары профессионаллек, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыу янғын һағында тороусыларға хас сифаттар.
Артабан да Һеҙҙең ҡыйыу хеҙмәтегеҙ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ышаныслы ҡалҡан булһын. Хәүефле сирена тауыштары һирәк яңғыраһын.
Байрам уңайынан Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: