Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
21 Апрель 2023, 21:00

Матур хеҙмәт юлы үткән

Оҙаҡ йылдар районға хеҙмәт итеп, уның үҫешенә тос өлөш индергән Байғаҙы уҙаманы Хажғәле Фазулла улы Сабитов ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Юбилярҙы матур ғүмер байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В. Вәлиева, Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы А. Мәжитов барҙы. Улар шулай уҡ республика башлығы Р. Хәбировтың, район ветерандар советының ҡотлау хаттарын тапшырҙы.

Матур хеҙмәт юлы үткән
Матур хеҙмәт юлы үткән

Сабитов Хажғәле Фазулла улы 1943 йылдың 18 апрелендә Сәхипъямал һәм Фазулла Сабит улы Баязитовтар ғаиләһендә 14-се бала булып донъяға килгән. Башта Байғаҙыла, 7-се кластан һуң Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый. 11-се класты тамамлағас та физик яҡтан әҙерлекле булғанға күрә уны Иҫке Монасип мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бер йыл физкультура һәм башҡорт теле дәрестәрен алып бара. 1963 йылда ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. 1964 йылда армия сафына алына һәм 3 йыл Польшала хеҙмәт итә. Яҙыу-һыҙыуға оҫта һалдатты штабҡа писарь итеп алалар. Хәрби эш башҡарыусыға уҡып алып, шул йүнәлеш буйынса хеҙмәт итә.

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 16-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: