Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
14 Апрель 2023, 21:00

60 йыл бергә

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Фурият һәм Фәниә Биргәновтар райондың татыу, өлгөлө ғаиләләренең береһе. 30 мартта уларҙың законлы никахҡа инеүҙәренә 60 йыл тулды.

60 йыл бергә
60 йыл бергә

Ошо айҡанлы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре Г. Дауытова менән Г. Уразаева бәхетле парҙы ҡотлап, республика башлығының Рәхмәт хатын һәм бүләген тапшырҙы.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында тәфтишсе, начальник урынбаҫары, начальник вазифаларын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Фәниә Нәсибулла ҡыҙы кассир, бухгалтер булып эшләгән. Намыҫлы, тырыш хеҙмәт юлын үткән ихтирамлы кешеләр улар.

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 15-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: