Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
4 Апрель 2023, 17:05

Сәйгә тиҙ генә әҙерләнә торған тәмлекәс

Ҡапыл ҡунаҡ килеп төшкәндә йәки тәмләп сәй эсеү өсөн йәһәт кенә бешереп ала торған бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ. Үҙе тәмле,үҙе тиҙ әҙерләнә.

Сәйгә тиҙ генә әҙерләнә торған тәмлекәс
Сәйгә тиҙ генә әҙерләнә торған тәмлекәс

Миксер менән 3 йомортҡаны 2 аш ҡалағы шәкәр менән күпергәнсе туҡыйбыҙ. Унан 3 аш ҡалағы манный ярмаһы, 2 аш ҡалғы ҡаймаҡ (ҡаймаҡ булмаһа, һалмаҫҡа ла мөмкин), 1 сәй ҡалағы лимон (мандарин, әфлисун) һуты менән һүндерелгән аш содаһы һалабыҙ.

Барыһын яҡшылап бутайбыҙ һәм әҙерәк кенә ултыртып торабыҙ. Артабан 6 аш ҡалағы он, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, бер стакан үҙебеҙ теләгән ҡайнатма (варенье) өҫтәйбеҙ. Ҡарағат, ваҡлап киҫелгән ҡара емеш (чернослив) өҫтәп, йәнә яҡшылап бутайбыҙ.

Әҙер ҡамырҙы майланған табаға һалып, 170 градусҡаса ҡыҙҙырылған духовкала 20-30 минут бешерергә кәрәк.

Бәлеш бик тәмле һәм йомшаҡ ҡына килеп сыға.

Сәйҙәрегеҙ тәмле, тормоштарығыҙ йәмле булһын!

(Рецепт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: