Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәтле  торлаҡ-коммуналь  хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле  торлаҡ-коммуналь  хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре!
Хөрмәтле  торлаҡ-коммуналь  хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре!

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү районыбыҙҙың йәшәйеш системаһында мөһим урын алып тора. Халыҡтың йәшәү сифаты һәм шарттары, төрлө предприятие һәм социаль объекттарҙың эшмәкәрлеге туранан-тура был тармаҡтарҙың өҙлөкһөҙ эшләүенә бәйле.

Һеҙҙең иңдәрегеҙгә халыҡтың көндәлек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса ҙур яуаплылыҡ һалынған. Киләсәктә лә был бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырһығыҙ тип ышанам.

Ошо матур байрам көнөндә айырым рәхмәт һүҙҙәрен тармаҡ үҫешенә тос өлөш индергән хөрмәтле ветерандарға еткерәм.

Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдереп, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: