Бөтә яңылыҡтар

Урал батырҙың ҡышҡы уйындарына рәхим итегеҙ!

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 11 мартта Һарғая ауылында алтынсы йыл рәттән «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары»н үткәрә. Унда ниндәй уйындар, ярыштар, күңел асыу саралары көтөлә?

Урал батырҙың ҡышҡы уйындарына рәхим итегеҙ!
Урал батырҙың ҡышҡы уйындарына рәхим итегеҙ!

Байрамдың төп бурыстарының береһе - йәш быуында тәбиғәткә һөйөү уятыу һәм башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу. Беренсе йыл “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” ауыл кимәлендә үтһә, биш йыл эсендә ул ҙур сараға әүрелеп, республика кимәлендә лә билдәлелек яуланы.

Ҡунаҡтарҙы традицион уҡ атыу, таш ярыу, суҡмар ырғытыу, арҡан тартыш, таяҡ тартыу, “Ылаҡ”, ауҙарыш кеүек уйын-ярыштар көтә.

Уҡсылар ҙа йыл да етди әҙерләнеп киләләр — бигерәк тә балаларҙың, гүзәл заттарҙың күп булыуы һөйөнөслө! Традицион уҡтан атыу ярышында ҡатнашыусыларға төп талаптарҙың береһе - башҡорт милли кейемендә булыу.

“Урал батырҙың ҡышҡы уйындары”нда ата-бабаларыбыҙҙың «Ылаҡ» уйынында ҡатнашыусы командалар ҙа артҡандан-арта бара.

Башҡорт халҡының электән килгән милли уйындарында ҡатнашыу атмосфераһына сумыу бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Сараға инеү бушлай.

Уйындар 11 март  көнө үтә.

(Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының социаль селтәрҙәге биттәрендә табырға мөмкин).

*

  • ПРОГРАММА
    проведения праздника
    «Зимние игры Урал-батыра»-«Урал-батырҙың ҡышҡы уйындары».
    09:00-10:00 - Регистрация участников.
    10:30-12:00 - Открытие праздника.
    - Приветствия организаторов и гостей.
    2. 11:00-15:00 – Соревнования по стрельбе из традиционного лука.
    3. 12:00-13:00 - «Аркан тартыш»;
    - «Сукмар ыргытыу»;
    - «Таяк тартыш»;
    4. 13:00-14:00 – Соревнование «Аузарыш»;
    5 14:00-16:00 - Соревнование «Ылак»;
    6. 16:00 - Награждение участников соревнований;
    7. 16:30 - Закрытие праздника.

 

 

 

Урал батырҙың ҡышҡы уйындарына рәхим итегеҙ!
Урал батырҙың ҡышҡы уйындарына рәхим итегеҙ!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: