+1 °С
Болотло
“Быйылғы йыл Рәсәйҙә "Уҡытыусы һәм остаз йылы" тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан үткән ялдарҙа ауылыбыҙҙың ағинәйе, ветеран-уҡытыусы Шәрәфуллина Ғәлимә Фауарис ҡыҙын өйөнә барып ҡотлап, бүләктәр биреп, Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы президиум етәксеһе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова исеменән рәхмәт хаты ла тапшырҙыҡ, - тип яҙалар Килдеғол ҡатын-ҡыҙҙары төркөмөндә.
Әйткәндәй, был ауылында ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы бик әүҙем генә эшләй. Етәксеһе - Сажидә Билалова.