Бөтә яңылыҡтар

Юбилейығыҙ менән, Таңһылыу апай!

Бөгөн танылған башҡорт шағирәһе, райондашыбыҙ Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышеваның тыуған көнө – уға 75 йәш. Таңһылыу апайҙы ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ. Уның тураһында тулыраҡ – сайтта.

Юбилейығыҙ менән, Таңһылыу апай!
Юбилейығыҙ менән, Таңһылыу апай!

Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы (псевдонимы Таңһылыу Ҡарамыш (3 март 1948 йыл) — башҡорт шағиры. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.

Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры»«Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.

1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар»ҙы ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.

Оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатында эшләй. Шоңҡар журналының беренсе баш мөхәррире.

Каитаптары:

  • Саҡыр мине. Шиғырҙар. Өфө, 1981, 47 бит.
  • Ҡосағыңа ал, тормош. Шиғырҙар. Өфө, 1985, 96 бит.
  • Тиҫтерҙәрем. Шиғырҙар. Поэма. Өфө, 1988, 80 бит.
  • Гөлләмә. 1993 йыл.
  • Күңелем доғалары. 1998 йыл
  • Донъя — даръя. 2008 йыл.
  • Сәскәле йән. 2008 йыл.
  • Сәғәҙәт сәәғәте. 2011 йыл.
  • Мәңгелек сәфәр. 2014 йыл.
  • Көҙ йәйе. 2016 йыл.

(Башҡорт Википедияһынан).

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: