Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
17 Октябрь 2022, 15:55

Радий Хәбиров Яңы йылға шау-шыулы байрамдар үткәреүҙе тыйҙы

Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция уҙған мәлдә артистар ҡатнашлығында ҙур байрамдар үткәрергә һәм уға аҡса исрафларға тыйҙы. Был турала ентекләберәк – артабан.

Радий Хәбиров Яңы йылға шау-шыулы байрамдар үткәреүҙе тыйҙы
Радий Хәбиров Яңы йылға шау-шыулы байрамдар үткәреүҙе тыйҙы

«Мин барығыҙҙы ла һорайым, алдағы ваҡытта концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ, быны үҙем тикшерәсәкмен. Алда Яңы йыл ҡаршылау тора, беҙ уны мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ, ғаиләләр хәстәрлек, балалар байрам һәм бәхет тойорға тейеш», - тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ район-ҡала башлыҡтарына Яңы йыл иллюминацияһын яңыртыуҙы тыйҙы.

«Бер ниндәй ҙә яңы шыршы алмаясаҡһығыҙ, улар һеҙҙә бар. Шыршыһыҙ ҙа Яңы йылды яҡшы кәйефтә үткәрәсәкбеҙ. Тағын да ҡабатлайым, бер ниндәй ҙә артист кәрәкмәй – теләйһегеҙ икән гармун алығыҙ ҙа үҙегеҙ йырлағыҙ», - тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров белдереүенсә, бынан ары барлыҡ аҡса иҡтисадты үҫтереүгә, социаль өлкәгә, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға йүнәлтелергә тейеш.
Төбәк етәксеһе үҙенең хакимиәт башлығы Максим Забелинға мобилизация үткән ир-егеттәрҙең балаларына айырыуса иғтибар бирелергә кәрәклеген әйтте.

«Яңы йыл ул иң беренсе балалар байрамы булып тора. Барыбыҙ ҙа Яңы йылды үткәрәйек, ә ҡалғаны – яҡшы ваҡыт еткәнсе көтөп торор», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

 

Автор:
Читайте нас: