Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
10 Октябрь 2022, 10:35

Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!

Бөгөн тағы бер хеҙмәттәшебеҙҙең – “Таң” гәзите редакцияһында хаттар бүлеге мөдире булып эшләүсе Әлфинә Дамир ҡыҙы Юлсуринаның (Уразаева) йәшлек юбилейы – 35 йәше! Уның хаҡында – артабан.

Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!
Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!

Наҙлы ғына, ипле генә, һылыу ғына был ҡыҙыбыҙ ҙа редакцияла шунда уҡ үҙ кеше булып китте. Бер ваҡытта ла зарланғанын, көйәләнгәнен күрмәҫһең, кешегә ауыр һүҙ әйткәнен ишетмәҫһең.

Үҙенә 35 йәш һис тә генә йоҡмай – хас та 25 йәшлек һымаҡ ҡына. Өс бала әсәһе, тиһәң, күптәр аптырай. Эйе-эйе, Альмира исемле ҡыҙы өсөнсө класта, Вадимы – 2-селә уҡый, Батырына 5 йәш ярым.

Ирен дә, балаларын да яратыу менән генә телгә ала ул һәр саҡ.

Эшенә бик яуаплы. Тырыш. Йыйнаҡ. Кешеләр менән бик матур итеп аралаша. Ҡыҫҡаһы, үҙенән наҙ, йылылыҡ, нескәлек, изгелек бөркөлөп кенә тора.

Бына шундай матур, аҡыллы, уңған ҡыҙҙар эшләй беҙҙә.

Бәхетең түп-түңәрәк, тормошоң бәрәкәтле, бәхетле, ҡояшлы, балаларың тәүфиҡлы булһын. Йән һөйгәнең Дамир менән гел шулай бер-берегеҙ өсөн йән атып, балаларығыҙға матур тәрбиә биреп үҫтереп, уларҙың бәхеттәренә ҡыуанып йәшәргә яҙһын!

Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!
Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!
Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!
Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: