Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
7 Октябрь 2022, 09:15

Һөйкөмлө һөйәк ул!

Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ – “Таң” гәзите журналисы Хафизова (Ҡыуандыҡова) Гөлүзә Вәхит ҡыҙының матур ғүмер байрамы – уға 35 йәш! Эштә уны бөгөн ошондай (һүрәттә) сюрприз көтә ине... Гөлүзә гәзиткә килде лә, уның ҡосағына сумды ла ҡуйҙы, тиһәк тә артыҡ булмаҫ. Шымыҡай, сабыр, аҡыллы, ауыр төләк, эшсән... Ҡалғаны – артабан...

Һөйкөмлө һөйәк ул!
Һөйкөмлө һөйәк ул!

Үҙенә ҡушылған эште еренә еткереп үтәй. Эше һүҙенән алда йөрөй. Грамоталы, тырыш. Бер ваҡытта ла асыуланғанын, тауыш күтәргәнен күргәнебеҙ юҡ. Уның ҡарауы, һүҙ күтәрә белә. Тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итә, үҙе өсөн һығымталар яһай, белмәгәнен өйрәнергә тырыша. Ә беҙҙең эштә был бик мөһим.

Ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама уға шулай. Ҡыҫҡаһы, һөйкөмлө һөйәк ул!

Эшкә килгәненә 2 йыл да юҡ әле. Ә үҙенең төп журналист эшенән тыш, кеше булмағанда, ниндәй генә эштәр башҡарып ҡараманы: бухгалтер, кассир, реклама белгесе, водитель, мөхәррир урынбаҫары, яуаплы секретарь, верстка буйынса оператор... Ҡыҫҡаһы, редакцияла ул башҡармаған эш ҡалманы.

Тауыш-тынһыҙ ғына эшләй ҙә ҡуя.

Бынан тыш, ир ҡатыны, ике сәскә кеүек ҡыҙға әсәй ҙә ул.

Бына шундай ул Гөлүзәбеҙ!

Тыуған көнөндә уға иң матур теләктәребеҙҙе теләйбеҙ: гел шулай күркәм холоҡло, эшсән, аҡыллы, тырыш булып ҡал, Гөлүзә! Үҙең теләгән тиклем бәхетле бул!

Һөйкөмлө һөйәк ул!
Һөйкөмлө һөйәк ул!
Һөйкөмлө һөйәк ул!
Һөйкөмлө һөйәк ул!
Һөйкөмлө һөйәк ул!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: