+7 °С
Болотло
Беҙҙең район урман хужалығы өлкәһендә үҙ эшенең оҫталары, хеҙмәттәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған белгестәр эшләй. Уларҙың иңдәренә урмандарҙы һаҡлау, ҡурсалау, сифатын яҡшыртыу, кире тергеҙеү һәм янғындарҙан ҡотҡарыу кеүек ауыр ҙа, яуаплы ла бурыстар һалынған. Беҙ урмандарыбыҙҙы бергәләп һаҡларға, ҡурсаларға һәм киләсәк быуынға ҡалдырырға тейешбеҙ.
Ошо матур байрам көнөндә бар ғүмерен урмансы һөнәренә бағышлап, йәштәргә үҙҙәренең бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыусы ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Байрам айҡанлы Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух күтәренкелеге һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!