“Кисә Граф күле буйында "Башҡорт аты" фестивалендә 2 мастер-класта булдым, тип яҙғайным.
Беренсеһе "Сергетыш" тип аталды.
Уны Бөрйән ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, "Кәрәҙ" халыҡ сәнғәте клубын ойоштороусы, Википедияның әүҙем ағзаһы, оҫта ҡуллы, сәсән телле, зирәк аҡыллы Рәшиҙә апай Ғиззәтуллина үткәрҙе.
Сергетыштың нимә икәнен белмәгәндәр өсөн ҡыҫҡаса аңлатам. Башвики буйынса мәғәнәһе ошолай. Сергетыш – башҡорт милләтенә хас ҡаралты: 1.Серге өҫтөнән көпләнгән биҙәкле күн йәки буҫтау; 2. Төҫлө буҫтау менән тышланған тар юрған, түшәк.
Сергетыш- кейеҙҙең тышына һалына торған япма.
Бөрйән районы "Кәрәҙ" клубы ҡатындары байтаҡ ваҡыт инде шул сергетышты тергеҙеп, документлаштырып, халыҡҡа тарата.
"Башҡорт аты" фестивалендә йылҡы малы өсөн сергетыш әҙерләүсе оҫталар араһында ярыш та үтте. Бик матур эштәр ҡуйылғайны.
Әлбиттә, еңеүселәр "Кәрәҙҙәр" булды. Уларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Етәкселәре Рәшиҙә апай Ғиззәтуллина сергетыш менән ҡыҙыҡһыныусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик йөкмәткеле, мәғлүмәтле мастер-класс үткәрҙе.
Сергетыш тураһында, уның ҡулланылышы, эшләнеү тәртибе, ниндәй материалдан, ниндәй ҙурлыҡта эшләнеүе тураһында теүәл генә, ентекле генә мәғлүмәт бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең сергетыштары нимә менән айырыла? Ниндәй биҙәк, һыр нимәне аңлата? Ни өсөн теге йәки был төҫ һайлана? Ошондай бихисап һорауҙарға яуап алдыҡ.
Шундай матур кешеләр менән аралаштыҡ фестивалдә. Йөкмәткеле мастер-класс өсөн Рәшиҙә апайға ҙур рәхмәт!”