-3 °С
Болотло
Һәр заманда ла медицина хеҙмәткәрҙәренең эше хөрмәткә лайыҡ. Һеҙ һайлап алған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, кешеләргә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ. Йылы һүҙҙәрегеҙ, иғтибарығыҙ менән халыҡтың һаулығын һәм иң мөһим байлыҡ - кеше ғүмерен һаҡлауға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр һәм шифалы ҡулдарығыҙ өсөн Һеҙгә Бөрйән районы халҡы исеменән рәхмәт! Айырым рәхмәт һүҙҙәрен был изге һөнәргә ғүмерҙәрен арнаған һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарына юллайым.
Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ һәм эштәрегеҙҙең һәр саҡ уң булыуын теләйем!