Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәтле райондаштар!

Барығыҙҙы Рәсәй көнө менән ихлас ҡотлайым!Был байрам халыҡтар яҙмышының уртаҡлығын, рухи ҡиммәттәргә һәм йолаларға тоғролоҡто раҫлай.

Хөрмәтле райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!

Барығыҙҙы Рәсәй көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был байрам халыҡтар яҙмышының уртаҡлығын, рухи ҡиммәттәргә һәм йолаларға тоғролоҡто раҫлай. Бөгөн Рәсәй – күп милләтле халыҡтарҙы берләштергән, уртаҡ маҡсатҡа туплаған көслө һәм сәскә атыусы ил. Әлеге ваҡытта Рәсәйгә төрлө яҡлап баҫым яһалыуға ҡарамаҫтан, һынауҙарҙы лайыҡлы үткәреп, халыҡ-ара аренала үҙ позицияһын ныҡлы яҡлаған көслө дәүләт булып тора. Беҙ Рәсәй граждандары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның данлы тарихын хөрмәт итәбеҙ һәм яҡты киләсәгенә ышанабыҙ.
Артабан да беҙҙе илһөйәрлек һәм берҙәмлек тойғолары берләштереп торһон. Тыуған илебеҙҙең күге һәр саҡ аяҙ, яҡты булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: