Бөтә яңылыҡтар

Һабантуйға рәхим итегеҙ!

Район һабантуйы быйыл 11 июндә Күҙәмбәт яланында үтә. Унда беҙҙе нимәләр көтә? Һабантуйҙың программаһы нисек?

Һабантуйға рәхим итегеҙ!
Һабантуйға рәхим итегеҙ!

Программаһы:

-Һабантуйҙы тантаналы асыу, һабантуй флагын күтәреү - 11.00 сәғәттә;

 -Агросәнәғәт комплексы алдынғылары һәм хеҙмәт коллективтары парады – 11.10-11.30 сәғәттә;

-Доклад, байрам ҡотлауҙары, ҡунаҡтарҙың сығыштары – 11.30 сәғәттә башлана;

-Хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырыу – 12.00 сәғәттә башлана;

-Ат ярыштары – 13.00 сәғәттә башлана;

-Тирмәләр һәм милли аш-һыу конкурстарына йомғаҡ яһау – 14.00 сәғәттә башлана;

-Спорт ярыштары – 12.00 сәғәттән башлана;

-Уйындар, аттракциондар – 12.00 сәғәттән башлана;

-Концерт, үҙешмәкәр сәнғәт һәүәҫкәрҙәре сығышы – 13.00-15.00 сәғәттәрҙә;

-Һабантуйҙы ябыу – 15.00 сәғәттә.

Сауҙа нөктәләре, дөйөм туҡланыу урындары эшләйәсәк.

Район үҙәгенән һабантуй урынына автобустар иртәнсәк 9.00-10.00  сәғәттәрҙә һәм кирегә 16.00-18.00 сәғәттәрҙә йөрөйәсәк.

Һабантуйҙар мөбәрәк булһын!

Һабантуйға рәхим итегеҙ!
Һабантуйға рәхим итегеҙ!
Һабантуйға рәхим итегеҙ!
Һабантуйға рәхим итегеҙ!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: