Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Апрель 2022, 11:50

Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре Хәйбуллала нимә эшләй?

Һай, был ҡыпсаҡтар! Әле Өфөлә ауыл данын яҡлайҙар, әле ауылда берәй сара үткәрәләр, әле Хәйбулла далаһын гиҙәләр! Хәйбуллала нимә эшләйҙәр икән, тиһегеҙме? Хәйбуллалар был турала бына нимә яҙалар:

Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре Хәйбуллала нимә эшләй?
Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре Хәйбуллала нимә эшләй?

“Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Хәйбулла һәм Бөрйән райондары ағинәйҙәре осрашты. Сараға килгән ҡунаҡтар - Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы халҡы ла "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһендә ҡатнаша, шуға күрә ике ауылдың фекер алышыр, уртаҡлашыр, һөйләшер һүҙҙәре лә, эштәре лә күп, уртаҡ булды. Әбделмәмбәт ағинәйҙәре тик Бөрйән яҡтарында ғына булған, бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған өлгөләрҙе өйрәнеп, сергетыш эшләүҙе тергеҙгән. Шуның буйынса ентекле оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, уны эшләү серҙәре менән ихлас уртаҡлаштылар. Ә ҡунаҡтарҙы Хәйбулла районы ағинәйҙәренең уникаль эштәре хайран ҡалдырҙы. "Вәзәм һуҡма шәлдәре" халыҡ клубының һуҡҡан шәлдәре, балаҫтары оҫталарҙың барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. "Серле кейеҙ" клубы оҫталары күҙ алдында мөғжизә тыуҙырып, етеҙ, уңған ҡулдары менән кейеҙ ҡаталар әүәләп, барыһын да хайран итте. Мәмбәт ауылы ағинәйҙәр етәксеһе, оҫта ҡуллы Нәфиә Ҡәйепованың хәситәһе, селтәре, алмаиҙеүе, сарығы, түбәтәйҙәре айырым иғтибар үҙәгендә булды. Маҡан ауылы ағинәйҙәренең иң әүҙем, оҫта ҡуллы Биктимерова Алмира Мәмбәт ауылында бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған беҙҙең яҡтың затлы еләнен тергеҙеп, тегеп, эшләп кейеп алыуы үҙе үк ҙур маҡтауға лайыҡ! Иң беренсе булып беҙҙең районда хәситәне, сарыҡты эшләүсе лә ул! Күндән эшләнгән биҙәүестәре лә һоҡланғыс. Әбүбәкер ауылынан селтәр, ҡашмау, текә таҡыя эшләү оҫтаһы Ултракова Әлфиҙәнең эштәре үҙенең тигеҙ, талапҡа ярашлы итеп башҡарылыуы менән айырылып тора. Эшләү яғынан ныҡ ҡатмарлы булған гәләбашты ла иң беренселәрҙән тергеҙеүсе ул!
Хәйбулла оҫтабикәләре артабан һарауыс, тахтар эшләү менән мәшғүл булыу маҡсатын ҡуйҙы.
Сараның икенсе өлөшө район ағинәйҙәр клубы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова үткәргән "Алтын тирмә" уйыны менән дауам итте. Һорауҙар башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ҡарата төҙөлгән ине. "Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре", "Вәзәмдәр-үҙҙәре бер әҙәмдәр", Хәйбулланың йыйылма командаһы "Оҫтабикәләрҙән"торған өс команда ихлас күңелдән ҡатнашып, бар белемен күрһәтә алды. Ағинәйҙәр һәр ҡайҙа ла ағинәйҙәр инде! Оҫта ҡуллылар ҙа, аҡыллылар, белемлеләр, зирәктәр, тапҡырҙар, рухлылар ҙа! Афарин, беҙҙең хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ! Киләсәктә лә ошондай фәһемле осрашыуҙар булып торһон, белгәнебеҙҙе өйрәтеп, белмәгәнебеҙҙе өйрәнеп, аралашып, күрешеп йәшәйек, тип матур теләктә хушлаштылар ағинәйҙәр”.


(Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ төркөмөнән алынды).

Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре Хәйбуллала нимә эшләй?
Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре Хәйбуллала нимә эшләй?
Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре Хәйбуллала нимә эшләй?
Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре Хәйбуллала нимә эшләй?
Автор:
Читайте нас: