Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
1 Ғинуар 2022, 08:30

Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе Яңы 2022 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!Тағы ла бер йылды тарих биттәренә оҙатып, ҙур өмөттәр менән Яңы 2022 йылға аяҡ баҫабыҙ.

Хөрмәтле  райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!

Тағы ла бер йылды тарих биттәренә оҙатып, ҙур өмөттәр менән Яңы 2022 йылға аяҡ баҫабыҙ. Ул һәр кем өсөн яҡты хыялдар һәм уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар ҡороу ваҡыты. Уҙған йыл еңелдән булманы, әммә уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамларға ирештек.


Йыл дауамында ойошма һәм учреждениеларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге, район халҡының тырыш хеҙмәте тыуған еребеҙҙең үҫешенә йүнәлтелде. Форсаттан файҙаланып, барығыҙға ла башҡарған хеҙмәтегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Башҡарыласаҡ эштәрҙе артабан да бергәләп тормошҡа ашырырбыҙ тип ышанам.


Яңы 2022 йыл барыбыҙ өсөн дә матур башланғыстар йылы булһын, яңы ҡыуаныстар һәм шатлыҡлы ваҡиғаларға алып килһен. Яңы йыл һулышы йәшәү дәрте өҫтәһен, һәр өйгә күтәренке кәйеф, яҡшы яңылыҡтар, бәхетле һәм мул тормош алып килһен, киләсәккә ышаныс, һөйөнөстәр бүләк итһен!


Барығыҙға ла Бөрйән ҡаяларындай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙелдәй оҙон ғүмер, ғаилә именлеге һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Яңы йыл байрамы ҡотло булһын!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: