Энергетика – иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе. Был өлкәнең һөҙөмтәле эшләүе райондың социаль-иҡтисади үҫешендә, хужалыҡтарҙың һәм ойошмаларҙың именлегендә сағыла.
Районыбыҙҙа эшләп килгән «Гип-Электро» ойошмаһы, «Башҡортостан энергетика һатыу компанияһы» йәмғиәтенең Иҫке Собханғол ауылындағы офисы, Бөрйән электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре алдында ҡулланыусыларҙы тәүлек әйләнәһенә электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү бурысы тора. Был йүнәлештә киләсәктә лә һынатмаҫһығыҙ, ышанып йөкмәтелгән бурыстарға яуап-лы ҡарарһығыҙ, тип ышанам.
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан Һеҙгә еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләйем!