Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
12 Декабрь 2021, 10:00

12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы — Рәсәй Федерацияһының юғары норматив хоҡуҡи акты. Ул Рәсәй халҡы тарафынан 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән. 1993 йылдың 25 декабрендә баҫылып сыҡҡан көнөнән  көсөнә инә.

12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө
12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө

Рәсәй халыҡ депутаттары съезын, Рәсәй Юғары Советын юҡҡа сығара һәм уларҙы Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһынан торған Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы менән алмаштыра.  Федерация Советына Федерацияның һәр субъектынан 2-шәр вәкил инә, Дәүләт Думаһын халыҡ һайлай. 
Конституция Рәсәй конституцион ҡоролошоноң нигеҙҙәре, дәүләт ҡоролошон, властың вәкиллекле, башҡарма, суд органдарын һәм урындағы үҙидаралыҡ системаһын, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен нығытҡан юғары юридик көскә эйә.
Рәсәйҙең ғәмәлдәге Конституцияһы Преамбуланан һәм ике киҫәктән тора. Преамбулала белдерелеүенсә, Рәсәй халҡы ошо Конституцияны ҡабул итә; демократик һәм гуманистик ҡиммәттәр нығытыла; хәҙерге донъяла Рәсәйҙең урыны билдәләнә.
Беренсе киҫәк 9 бүлекте эсенә ала һәм 137 статьянан тора, улар Рәсәй Федерацияһында сәйәси, ижтимағи, хоҡуҡи, иҡтисади, социаль системаларҙың нигеҙҙәрен, шәхестең төп хоҡуҡтарын һәм иректәрен, Рәсәй Федерацияһының федератив ҡоролошон, асыҡ власть органдарының  статусын, шулай уҡ  Конституцияны ҡайтанан ҡарау һәм уға төҙәтеүҙәр индереү  тәртибен нығыта.
Икенсе киҫәге йомғаҡлау һәм күсеү положениеларын билдәләй һәм конституцион-хоҡуҡи нормалар күсәгилешлелегенең һәм тотороҡлолоғоноң нигеҙе булып хеҙмәт итә. 

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: