Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
31 Октябрь 2021, 08:30

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле  автомобиль транспорты  хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Бөгөнгө көндә һәр төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен, граждандарҙың көндәлек тормошон автотранспортһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Был байрам профессиональ водителдәрҙе һәм һәүәҫкәр автомобилистәрҙең барыһын да берләштерә.


Водитель булыу – яуаплы һәм ауыр хеҙмәт. Уларҙың иңенә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү, кәрәк урындарға ваҡытында алып барып еткереү кеүек бурыстар һалынған.


Байрам уңайынан тормошо автотранспорт менән бәйле булған райондаштарыбыҙҙың барыһына ла тигеҙ һәм иркен юлдар, ныҡлы һаулыҡ, именлек, төҙөк техника һәм бәлә-ҡазаһыҙ йөрөүҙәрен теләйем!

 

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: