Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
17 Октябрь 2021, 08:30

Хөрмәтле атайҙар!

Быйылғы йылдан, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә яңы байрам - Атайҙар көнө билдәләнә.

Хөрмәтле атайҙар!
Хөрмәтле атайҙар!

Быйылғы йылдан, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә яңы байрам - Атайҙар көнө билдәләнә.

Халҡыбыҙҙа “Атайлы бала — арҡалы” тигән бик аҡыллы мәҡәл бар. Әсәйҙәребеҙ ғаилә усағын һаҡлаусы булһа, атай – ул ғаиләнең төп яҡлаусыһы һәм терәге. Бала бер үк кимәлдә атаһының да, әсәһенең дә һөйөүенә һәм иғтибарына мохтаж. Ғаиләлә атаһының абруйын күреп, уның ышанысын һәм һөйөүен тойоп үҫкән бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас та, юғалып ҡалмай, үҙ көсөнә ышанып, киләсәккә өмөт менән ҡарай.


Районыбыҙҙың барлыҡ ғаилә башлыҡтарын – атайҙарҙы ошо матур байрам менән ихлас ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ер йөҙөндә ғаиләһе, балалары өсөн өҙөлөп торған атайҙарҙың күберәк булыуын теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: