Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
11 Октябрь 2021, 08:30

Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас ҡотлайым!

Хөрмәтле райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас ҡотлайым!

Был көн тыуған төйәгебеҙҙең уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары һәм киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы, традицияларына тәрән ихтирам, республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла.


Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең ҡеүәтле төбәктәренең береһе. Ул илдең дөйөм үҫешенә, федератив мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, милли проекттарҙы урында уңышлы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Быларҙың барыһы ла республикабыҙҙың күп милләтле халҡының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.


Киләсәктә лә халҡыбыҙҙы берләштергән ҡиммәттәрҙе һаҡлап, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшербеҙ тип ышанам.


Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм бәхет, районыбыҙ һәм республикабыҙ хаҡына эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: