Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
5 Октябрь 2021, 08:30

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф ветерандары!

Һеҙҙе бөгөнгө мәртәбәле, ер йөҙөндә иң ихтирамлы кешеләрҙең һөнәри байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле  уҡытыусылар, мәғариф ветерандары!
Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф ветерандары!

Һеҙҙе бөгөнгө мәртәбәле, ер йөҙөндә иң ихтирамлы кешеләрҙең һөнәри байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

1994 йылдың 5 октябренән башлап бөтә Рәсәй Уҡытыусы көнөн билдәләй. Был матур көндә беҙ үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй, уҡыусыларына тәрән белем, юғары әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусыларыбыҙҙы, остаздарыбыҙҙы, тәрбиәселәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ. Нәҡ һеҙ йәш быуындың күңеленә мәрхәмәтлелек, изгелек орлоҡтарын һалаһығыҙ, уларҙы намыҫлы, матурлыҡты күрә белеүсән, аҡыллы итеп үҫтерәһегеҙ.


Уҡытыусы - балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул! Уҡытыусының төп бурысы – уҡыу сифатын күтәреү, уҡыусыларҙа тарихҡа, мәҙәниәткә, телгә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.


Барығыҙҙы ла белем нурҙары таратҡанығыҙ, түҙемлегегеҙ һәм һөнәри оҫталығығыҙ, беҙҙең балалар һәм киләсәгебеҙ хаҡына көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ысын йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сабырлыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем.

Автор:И. Сәйфитдинов, район мәғариф бүлеге етәксеһе.
Читайте нас: