+2 °С
Ҡар
Һеҙҙе Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлайым!
Был матур байрам көнө беҙгә оло быуын вәкилдәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уларға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү мөмкинлеге бирә.
Һеҙ – донъя тотҡаһы, йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Бөгөнгө көндә Һеҙҙең һөнәри һәм тормош тәжрибәгеҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Артабан да намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, хаҡлы ялығыҙҙа яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге, яҡындарығыҙҙың хәстәрен һәм һөйөү-хөрмәтен тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем!