Бөтә яңылыҡтар

Атайыбыҙ - алтын терәгебеҙ

...Атайым район үҙәге урамынан үткән сағында, минут һайын тигәндәй туҡтап, кем менәндер һаулыҡ һораша. Белмәгән кешеһе юҡ, тип уйлап ҡуям. Ысынлап та, атайымдың таныштары, туғандары, дуҫтары бик күп.

...Атайым район үҙәге урамынан үткән сағында, минут һайын тигәндәй туҡтап, кем менәндер һаулыҡ һораша. Белмәгән кешеһе юҡ, тип уйлап ҡуям. Ысынлап та, атайымдың таныштары, туғандары, дуҫтары бик күп. Бәлки, 30 йыл буйы һөт ташыу машинаһы шоферы булып эшләгәнгә шулайҙыр.

Минең атайым Мөхәмәтйәнов Ибраһим Исхаҡ улы 1961 йылдың 21 майында Исхаҡ Минһаж улы менән Нәғимә Сәғәҙей ҡыҙының 5-се балалары булып донъяға килгән. Бәләкәй сағында шуҡ, шаян малай булған. Уның бала саҡ хикмәттәрен тыңлай башлаһаң, көлөп, һын ҡата. Мәктәптә математика фәнен яратып уҡыған. Шуға ла ҡустым менән белмәгән нәмәне атайҙан һорай торғайныҡ.

Һуңынан атайым әрме сафтарында 2 йыл һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Ҡайтҡас та «Ағиҙел» колхозы рәйесе Әлибаков Таштимер Ишмөхәмәт улын «Волга» машинаһында алып йөрөгән. Аҙаҡ, колхоз бөткәнсә, 30 йыл буйы һөт ташыу машинаһының шоферы булған. Ауылдар буйлап һөт йыйған, кәрәк ваҡытта ауылдан ауылға кешеләрҙе лә тейәп йөрөткән. Шул йәшлек дәүерендә әсәйемде осратып, кәләш итеп алып та ҡайтҡан.

Колхоз ваҡытында бергә эшләгәндәр, күсенеп йөрөгәндәр. 5 бала үҫтерҙеләр. Тик, атаәсәйемде ауыр ҡайғыларға һалып, Розалия апайым был донъянан ваҡытһыҙ китеп барҙы. Шулай ҙа беҙгә уның ҡыуанысы, йыуанысы булып Аида ҡыҙы ҡалды.

Атайым малды, ҡош-ҡортто бик ярата, бигерәк тә аттарға күңел һала. Шуға беҙҙең һарайҙа ниндәй генә мал юҡ. Йәйен уларҙы ҡыш сығарыр өсөн бесән эшләйбеҙ, ә улар беҙҙе һөт, ҡаймаҡ, май менән һыйлай.
Тағы ла ата-әсәйем бик ҡунаҡсылдар. Барлыҡ туғандарҙы берләштереп, һәр саҡ аяттарға, йә иһә ҡунаҡҡа саҡырып торалар. Шуға ла беҙҙең өйҙә бик күңелле.

Атайыбыҙға 60 йәш тә тулды. Әлбиттә, ул бик ҙур һан.

Атай! Һинең ҡулдарың менән күпме яҡшылыҡ эшләнгән, һинең йөрәгең күпме бәхетте һәм ауырлыҡты кисергән...

Беҙҙе һәр саҡ алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып, оҙатып тораһың. Һине ҡаты, уҫалыраҡ, тип әйтһәләр ҙә, беҙ һинең ниндәй көләс, йомшаҡ ҡарашлы, нескә күңелле, шаян кеше икәнеңде беләбеҙ. Әсәй менән биргән тәрбиәгеҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Илнар ҡустым атайға бағышлап шиғыр ҙа яҙған:

Атайымдың көслө ҡулдарында
Үҫәбеҙ беҙ ҡурҡмай бер кемдән.
Ул өйрәтте атларға тик алға
Хыял-маҡсаттарға барырға.

Йылы ҡосағында һаҡлай беҙҙе,
Ҡурсалай ул беҙҙе һәр яҡтан.
Бар яҡтан да өлгө беҙгә атай,
Әрләһә лә беҙҙе ҡай саҡта.

Яратабыҙ һине шундай итеп,
Изге һүҙҙәр булмай еткереп.
Һәр саҡ шулай көтөп торһағыҙсы
Әсәй менән йәнәш нур һибеп.

Гөлзирә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Читайте нас: