Бөтә яңылыҡтар

Үҙенсәлекле байрам

Быйыл халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамын Яңы Мөсәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле итеп үткәрҙе.

Быйыл халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамын Яңы Мөсәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле итеп үткәрҙе.
Сәхнәгә ағинәйҙәрҙең “Сергетыш” күргәҙмәһе ҡуйылды. Бынан тыш, ағинәйҙәр егеттәргә бүләккә кисеттәр, ҡыҙҙарға косметика һауыты эшләгәндәр. Ғ. Уразаева менән Р. Ҡаһармановалар Татарстандың бер фольклор ансамбле заказы буйынса ла биш ҡашмау яһағандар.

Концерт ағинәйҙәрҙең “Самауыр” йыры менән башланды. Өйҙә ултырып ялҡҡан халыҡ концертҡа ла дәррәү йыйылды, алҡыштарҙы ла йәлләмәне. Уларға бигерәк тә Р. Уразаеваның, И. Ҡаһармановтың, Р. Уразаевтың йырҙары, ҡырҙан ҡайтып, концертта ҡатнашып өлгөргән Н. Һырлыбаеваның, Н. Бирҙекәеваның, А. Ишкининаның бейеүҙәре оҡшаны. Тамашасы ағинәйҙәрҙең таҡмаҡтарын, “Тамсыгөл” ансамбленең йырҙарын да бик йылы ҡабул итте. Ә шулай ҙа иң оҡшағаны кескәйҙәрҙең сығышы булғандыр. Уларҙың әсәй-өләсәйҙәренә арнап йырлаған йырҙары, бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде.
Читайте нас: