Бөтә яңылыҡтар

ӨС ИГЕҘӘК ТЫУҒАН КӨНДӘРЕН БИЛДӘЛӘНЕ!

Исемдәре ҡалай матур бит әле үҙҙәренең!

Исемдәре ҡалай матур бит әле үҙҙәренең!
Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Ильяс һәм Лена Шәриповтарҙың ғаиләһе былтыр ошо мәлдә бер юлы өс бәләкәс менән тулыланғайны. Ғаиләлә үҫеп килгән Динара, Тимур һәм Лия янына бәхетле атай менән әсәй Гүзәлде, Димде һәм Айҙарҙы алып ҡайтты. Бына 1 йәштәре лә тулды инде сабыйҙарҙың.
Шөкөр, иҫән-һау, матур булып үҫеп килә игеҙәктәр. Күҙ генә теймәһен! Ишле ғаиләгә именлек, бәрәкәт, ырыҫ-ҡот юлдаш булһын!
Тыуған көндәрегеҙ менән бәләкәстәр!
Читайте нас в