Бөтә яңылыҡтар

“Йәйләү” ҡымыҙ этнофестивале ойошторола

27-28 июлдә Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында “Йәйләү” ҡымыҙ этнофестивале ойошторола. Сараға бөтә республиканан ҡымыҙ бешеүселәр саҡырылған.

27-28 июлдә Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында “Йәйләү” ҡымыҙ этнофестивале ойошторола. Сараға бөтә республиканан ҡымыҙ бешеүселәр саҡырылған. Фестиваль барышында ҡымыҙ бешеүселәрҙең һөнәри съезы уҙғарыла. Шулай уҡ республикала иң яҡшы ҡымыҙ конкурсына ярыш үткәрелә. Программала этно-йәрминкә, концерт, балалар һәм ололарға оҫталыҡ дәрестәре, этноихаталар һәм балалар өсөн майҙансыҡ эшләүе көтөлә. Ҡымыҙ һәм сәй менән һыйлау, шулай уҡ “Ашмаркет” аш-һыу фестивале ойоштороу күҙаллана. Фестивалдең икенсе көнөндә “Терра Башкирия” турнирының ат сабыштарын ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ.
Читайте нас: