Була бит шундай кешеләр: улар менән осрашҡандан һуң берауыҡ шаңҡып, уйҙар диңгеҙенән сыға алмай, ер ҡатыһын тоя алмай йөрөйһөң. Яңы Монасиптағы быуат йәштәше, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Азамат Фазулла улы Йәғәфәровтың әсәһе Хәйриямал Мортаза ҡыҙынан да иҫ китмәле тәьҫораттар, күтәренке кәйеф менән ҡайттыҡ.
Шулай булмай ней, ысын мәғәнәһендә Монасип феномыны икән ул инәй! Хәйер, Хәйриямал инәй хаҡында әкиәт алымы менән – һөйләйем баштан...
- Шыпа буш ятырға яратмайым. Бер баш умарта менән ҡорт алдым – шуның балын ашап ултырам. Һыйыр алып көтәйем, көҙгә тиклем һауып эсәрмен дә, көҙ һуйып, һуғымлыҡ итермен, тиһәм, малайҙар көлә лә ҡуя. Икмәкте лә, ашарға ла үҙем бешерәм. Икмәкте бәғзе саҡ ҡайыра тешләп ашап ултырам да, әллә тешем бармы икән, тип уйлап ҡуям. Кәртүгем ныҡ тәмле минең, кармауай түгел, ҡыҙыл кәртүк. Үҙем тәрбиәләгәс, тәмле. Әле иҙән аҫты тулы кәртүк. Орлоҡҡа тип 14 тоҡ ултыртып ҡуйғанмын. Кәртүктең ҡуңыҙын да үҙем сүпләйем. Һуғанды ла етерлек итеп үҙем сәсәм. Йәйгелеккә ихата тултырып ҡош-ҡорт алам. Әле лә 8 тауығым, һуғышырға бер әтәсем бар. Тауыҡтар йомортҡаһын ашай ҙа ҡуя башланы бер мәл. Бер көн сығып пыр туҙҙырҙым тегеләрҙе. Мин әйтәм: ”Әгәр йомортҡағыҙҙы тағы ашаһағыҙ, салдырырға кеше лә эҙләп тормайым, башығыҙҙы өҙә һуғып бөтәм”. Ҡурҡтылар тегеләр – хәҙер ашамай башланылар...