Бөтә яңылыҡтар

Бер быуатлыҡ ғүмер

Үҙе йәшәгән быуаттың тиңдәше ул әсәйем. Йөҙйәшәр ағастай тамырҙарын үҙе тыуған ергә тәрәнгә ебәргән, күргән-кисергәне – тотош китаплыҡ, әйткәне – аҡыл, иҫләгәне - хәтирә, ҡылғаны – изгелек. Уның һөйләгәндәрен бер мәҡәләгә генә һыйҙырырлыҡ түгел!Хәйер, һүҙҙе Яуымбай ағинәйенең үҙенә бирәйек.

Үҙе йәшәгән быуаттың тиңдәше ул әсәйем. Йөҙйәшәр ағастай тамырҙарын үҙе тыуған ергә тәрәнгә ебәргән, күргән-кисергәне – тотош китаплыҡ, әйткәне – аҡыл, иҫләгәне - хәтирә, ҡылғаны – изгелек. Уның һөйләгәндәрен бер мәҡәләгә генә һыйҙырырлыҡ түгел!
Хәйер, һүҙҙе Яуымбай ағинәйенең үҙенә бирәйек.
ҺАРАҒЫМДА ҮТТЕ
БАЛА САҒЫМ...
«Тыуған ауылым Һарағы емеш-еләккә бай урман-тауҙар уратыуында урынлашҡан: ул сейә, тейһеңме, көртмәле, бөлдөргән, турғай, шартый еләктәре, тейһеңме; йылғаһының балығы һуң әле, күлдәк итәге менән һөҙөп тотабыҙ, иң тәмле балыҡтар шунда ине инде...
Олатамдарҙың баҡсаһында кәртүктән күберәк тарма үҫте. Уның тәмделеге һуң әле?! Орҙоҡто тәүҙә һуғып алғас, сүлмәктә ҡыҙҙыраһың, килегә һалып төйәһең, онталған ыуағын алып, тасҡап тороп йомарҙайһың. Тышы йып-йылтыр май була, ҡалған эре-һарыһына кәртүк төртөп ашайһың. Үәт, исмаһам, тәмде... Бер кем наркоман булманы, хәҙер шулай тиһәләр, аптырайһың. Орҙоҡто тиреүгәгә һалып һуғып алғас, 7-8 һабағын бергә ҡушып бәйҙәп, көлтә яһап, берәр айға күлгә батырып һалаһың, өҫтөн таш менәнме, бүрәнә менәнме баҫтырып ҡуяһың. Бер айҙан һыуҙан алып киптереп, талҡыға һалып талҡыйһың (онтайһың). Сүбәге ҡойола. Һәр усламын килегә һалып төйәһең дә, тараҡҡа һалып тырнарға кәрәк. Иләрлек булғансы тарайһың инде. Нимәгә тотоноуыңа ҡарап: таҫтамалға булһа – тарыраҡ итеп, ашъяулыҡҡа, тоҡҡа, ыштан-күлдәккә булһа киңерәк итеп еп һуҙаһың, унан ебеңде шөйтөләйһең (йомарҙайһың). Шунан баштайһың инде буласаҡ киндер туҡыманы һуғырға (көрөҫ, борғоса, тараҡ, еп оҙатыу, табалдырыҡ һ.б.).
Яҙҙы-көҙҙө үлән-тамыр йыйырға йөрөйбөҙ. Салыр тотоп китәбеҙ һарнаға. Йыуып, тиреп, һыуға һалып ҡайнатып һыуын түккәс, йомшаҡ булып бүрткән һарнаға ҡаймаҡ һалып ебәрһәң, “тәлге” килеп сыға. Телеңде йоторҙоҡ була торғайны әүәл.
Сәлимә апайым һуғыш мәлендә тәүҙә райкомда инструктор, аҙаҡ Яуымбайҙа колхоз рәйесе булып эштәгәндә, уңа, тип, Үҙән буйына тары сәстерҙе. Шәрифә апай, Вазифа, Бибиғәйшә апайҙарға ҡушып Зәкирә менән мине, Мәрхәбә апайҙы ла тары урырға ебәрҙе. Килеп тороп тары уңған. Ашарға үҙебеҙ әҙерҙәйбеҙ. Тарыны сүлмәктә ҡыҙҙырып, килелә төйөп алһаң, тап-таҙа була. Бутҡаһы шул хәттем тәмде була!
Көлгә күмеп тары икмәге бешереп алып, Ҡыпсаҡҡа барып мунса төшөп киләйек, тип өс әбей беҙҙе ҡалдырып китергә булғас, Мәрхәбә апай: “Беҙ бында ҡалып, айыуҙан ашалайыҡмы?” - тигәс (тура һүҙҙе була торғайны ул), беҙҙе лә эйәрттеләр.
Барабыҙ-барабыҙ, юҡ бит Ҡыпсаҡ. Таң атып килә, алда ут йымылдай. Аҙашып, Ҡурыуҙы тауының башына барып сыҡҡанбыҙ. Егеттәр ут яҡҡандар ҙа, костер уратып ҙур түңәрәк яһап йоҡтарға ятҡандар. Иген һуғырға сыҡҡандар араһында Һарағынан Фәтихте танып, беҙ аҙаштыҡ, тип иланым да ебәрҙем...
Ауыл күренеп тора, ҡайтырға ярамай. Закон ҡаты, ҡайтҡан хәлдә лә бер ус иген алып ҡайта алмайһың. Кешегә шул әҙ генә тын иген бирәләр. Һыйырың булһа, һин байһың. Ҡулғикмәкте ней, ҡаймаҡ тасҡаған һыуға баҫып, баяғы киндер орлоғон ҡушып, көлгә күмеп бешереп ала торғайныҡ. Зәйнәб инәм (үгәй әсәйем) тәмде итеп бешерә торғайны. Көлдән тырнап ала ла ҡупылдата һуғып көлөн өрөп ебәрә. Атам бахыр: “Йылы икмәккә ней дауа?!”-тигән була торғайны. «Ҡайыра тештәп ашаһаң, шул дауа!» - тип Зәйнәб инәм, атамдың “майға ҡушып ашаһаң, шул дауа” тигәнен белмәмеш була торғайны...
Атам йүнсел булды, ҡырға күп йөрөнө, ялан яҡтарынан алыш-биреш итеп кейергә кейем, ашарға ризыҡ алып ҡайта ине. Стахановсы тип йөрөттөләр үҙен. Бәләкәй генә дарыу шешәһенән рафинад шәкәргә бер тамсы ғына «мятные капли» тамыҙып бирә, беҙ, Фатима менән, ашаһаң бөтә лә ҡуя, тип, тегене оҙаҡ ҡына һалып ҡуябыҙ.
Күршелә генә йәшәгән Йыһанур олатамдың иртәнге намаҙға ҡолағына ҡулын ҡуймаҫ борон Фатима менән икебеҙ ҡойма аша йүгереп киләбеҙ, ҡулыбыҙҙа - киндер таҫтамал (намаҙлыҡ инде), тиҙ генә олатамдың артына килеп баҫабыҙ. Ғәрифә өләсәм, дуңғыҙҙар, таң тишеге менән килә лә етәләр, тип һуҡранһа, әбей, орошма, уларҙыҡы дөрөҫ була, тип беҙҙе яҡтай. Намаҙ бөткәс, сәйгә ултыра. Келәшәһе (клещи) менән камауай шәкәрҙе онтай, ашъяулыҡҡа төшкән онтағын олатам, ҡалаҡҡа һалып, беҙҙең усҡа һала, беҙ усыбыҙҙы ялай-ялай ҡайтып китәбеҙ.
Шул хәтлем көстө мулла булды Йыһанур олатам. Кешеләр әллә ҡайҙарҙан килер ине. Егелгән аттар оҙ-о-оон булып теҙелеп торорҙар ине. Өшкөртөлөргә килгән кешеләр тәм-том, төрҙөлө нәмә алып килгәндәрҙер инде.
Уҡыу ҡайҙан эләкһен миңә, шул Һарағыла 1-се класта Хәҙисә апай (Ғәббәсов ағайҙы һуғышҡа алғандан һуң) уҡытты. Беренсе класты бөткәс, Бирғәле апам (әсәмдең бер туған ағайы), Бибинур апайың аяғына баҫҡансы малайҙарҙы көтөш, тип, Мәһәҙейгә Әхмәт менән Мөхәмәтте ҡарашырға алып килде. Ғәлиәхмәт еҙнәй менән Бибинур апайҙарҙа 2 йыл йөрөнөм. Ике ҡара һыйырҙары бар, килеп тороп һөттө, шуларҙы һауам да ике биҙрә һөттө Әфтәх апаларға (Ғөбәйҙуллин Мазһарҙың атаһы) апарып айыртып киләм. Йонсоп, беттәп бөттөм. Бирғәле апам килеп алып ҡайтҡансы йөрөнөм. Сәлимә апайым Байғаҙыға кейәүгә сыҡты, шунан мине үҙенә алып ҡайтты. Икенсе класты уҡый башланым. Тәүҙә – Исмәғзам ағай, шунан Мостафа ағай уҡытты. Уны Бөрйәнгә эшкә алғайнылар, минең өсөн уҡыу шуның менән бөттө. Зиннәт еҙнәм һуғышта “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены алып, Курскиҙа үлеп ҡалды. Данил 3 йәштек ине, Камил ҡустым еҙнәм киткәс тыуҙы. Апайымды инструктор итеп райкомға күсерҙеләр. Ширбанова, Дауытова, фәйзуллина тигән ҡыҙҙар менән Сәлимә апайыма бер бүлмә бирҙеләр. Мин уларға ашарға бешерәм, Данил менән Камилды ҡарайым. Күп итеп ашҡабаҡ сәсә торғайныҡ.
1944 йыл. Сәлимә апайымды Яуымбайға колхоз председателе итеп ебәрҙеләр.
Зөлҡәғиҙә апайым һауынсы булып эштәгәс, ферма өйөндә йәшәне, беҙ уның өйөндә йәшәп торҙоҡ. Атаң 1946 йыл ҡайтҡан һуғыштан, шул йылдың 19 июнендә Фәрхениса ҡайынбикәм менән Сәлимә апайым мине кейәүгә бирҙеләр. Аллаға шөкөр, атаң менән 61 йыл бергә йәшәнек. Ҡаҡманы-һуҡманы, етеш йәшәнек, 8 балаға ғүмер биреп, кеше араһында кәм-хур итмәй уҡытырға тырыштыҡ. 30 ейән-ейәнсәрем, 47 бүлә-бүләсәребеҙ бар. Әлхәмдүлилләһ, шөкөр, тағы ла булһын, иншәаллаһ. Тормошомдан ҡәнәғәт булып йәшәнем. Түлкә берәй көн берәй эш эштәмәһәң, шул көн әрәм үткән һымаҡ, эштәмәһәң, арыта».
...Минең: ”Әсәй, өләсәйем үлгәндә һеҙгә нисә йәш ине?” - тип һорауыма әсәйем бер тынала бына ошоларҙы бәйән итте
Әсәйһеҙ бала саҡ
Һағынбаев Мөбәрәк Һиҙиәтулла улы менән Яхина Нурикамал Хөббөтдин ҡыҙы ғаиләһендә өс ҡыҙ: Сәлимә (1919), Йәмилә (1927) һәм Әминә (1929) бер ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәп ятҡанда Нурикамал бына-бына дүртенсегә бәпәй алырға тейеш була. Һауынсы Нәзилә, Ҡыпсаҡҡа барып кәртүк сәсеп кенә киләм, ике көн генә бирегеҙ инде, тип көн һорай. Ферма мөдире, кеше таба алмағас, Нурикамалды инәлеп саҡыра. Ике ботлоҡ биҙрәләрҙе тултырып һауған һөттәрен сепаратҡа ҡойған саҡта, Нурикамал ҡолап китә. Йөрәк тамыры шартлаған, тигән диагноз ҡуя Мәғәниттән (Магнитогорск) саҡырып килтерелгән доктор (районда бер генә табип та булмай).
Ике йәшлек Әминәне эйәртеп, Сәлимә менән Йәмилә көн дә зыяратҡа әсәләрен сығарырға тип йөрөй. Балаларҙың ҡәбер тупрағын соҡоғанын күргән олатай ағастар ултыртып бөтә...
Илгәҙәк ҡыҙҙарҙы ауыл халҡы йәлләй, ҡурсалап ҡына тора. Шуғалырмы, әсәйем ғүмер буйы Һарағы, Ҡыпсаҡтан булған оло кешеләрҙе бер туғанылай күреп, ағайым, апам, олатам, инәм, өләсәм, тип һөйләне.
Үлгәндәрҙең
ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел
Нурикамал өләсәйҙең үлгәненә 80 йыл тигәндә әсәйем Килдеғолға барып ҡорбан салдырып, әсәһе рухына аяттар бағышлап, был сараға үҙенең балаларын – беҙҙе алып барып, өләсәйҙең ҡәберен зыярат ҡылдырҙы.
Бер-ике айға ғына ҙурыраҡ булһа ла, беҙ ике, өс туғандарҙы “ағай”, “апай” тип үҫтек. Үҙе туған йәнле әсәйем беҙгә лә туған-ара татыу булығыҙ – шул ҙур бәхет, байлыҡ, ти. Һигеҙ баланың да ғаиләлә үҙ шөғөлө, үҙ эше булды. Беҙ бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ, тип үҫтек. Кем һыу ташый (килтермәй, ә ташый, 8-10 көйәнтә булып китә), кем иҙән, һауыт-һаба, кер йыуа, кем һарайҙы ҡыра, утын быса, яра, бала ҡарай, малды теүәлләп индерә, һөт бора һ.б. – үҙебеҙ белеп эшләнек һымаҡ. Был бер мәктәп тә бирә алмаған атай-әсәй тәрбиәһе булғандыр, тим.
Иманлы әсәй – баһаһыҙ байлыҡ
Атайым мәрхүм, 5 йылда 7 класты бөттөм, тип һөйләһә лә, әсәйем, 2 класты ла бөтә алманым, уҡыу эләкмәне, ти. Байрамдарҙа, никах, туй тантаналарында, Ҡөрьән мәжлестәрендә һүҙ һөйләһә, әсәйемде белмәгән ҡунаҡтар: ”Был әбей ниндәй уҡыу йортон бөткән?” - тиҙәр. “Йәсин”, “Мүлк” кеүек оҙон сүрәләрҙе яттан һөйләүенә ғәжәпһенеп, нисек ятлай алдың, әсәй, тиһәк, ураҙа мәлендә сәхәрҙән һуң һәйбәт ятлана, була яуабы!
1990 йылдан бирле бер йылда ла ураҙа ҡалдырмауы – Аллаһтың ҡушыуылыр. 2010 йылдан алып октябрҙән майға тиклем Сибайҙа йәшәп, ауылын, ауылдаштарын һағынып ҡайтһа, майҙан октябргә тиклем Сибайҙағы туғандарын, күршеләрен һағынып бер була.
Һәр балаһына, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәренә бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрен, беҙҙе уҡытам тип бәйләп һатҡан шәлдәрен өйөп һалһаң, үҙе әйтмешләй, Шәрифә тауындай өйөлөр ине.
Ҡайһы балаңдың кеме ҡасан тыуған, тип һораһаң, беҙ уйлағансы, уның яуабы әҙер. Һөйләгән һүҙенең мәғәнәле булыуына, хәтере шәплегенә, собханалла, машалла тиергә генә ҡала!
Афарин, милләт әсәһе!
Үҙем иҫән саҡта бергә йыйылығыҙ, тип “Туғандар осрашыуы” байрамы ойоштороп, мәжлескә ҡорбандар салдыртып, һәр беребеҙгә бүләктәр әҙерләп, туғанлыҡ бәйләнешен нығытып йөрөүсе 90 йәшлек ҡәҙерлебеҙгә “Афарин, милләт әсәһе!” тип әйтке килә.
Үҙеңә иң-иң изге теләктәребеҙҙе еткергән саҡта үҙеңдән беҙҙең яңылышлыҡтарыбыҙҙы ғәфү итеүеңде һәм фатихала булыуыңды ғына һорайбыҙ.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн! Ҡотло булһын тыуған көнөң! Беҙгә – һине, һиңә беҙҙе бүләк иткән Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт!
Зәкиә Суфиянова.
P.S. Редакциянан: ерле һөйләш үҙенсәлектәрен һаҡлау маҡсатында, авторҙың яҙмаһы әҙәби тел нормаларына яраҡлаштырылмай бирелде.
Читайте нас: