Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Февраль 2019, 16:35

Туҡһанда ла тыҡ баҫып

Октябрь урамындағы 55-се йорттоң ишек, ҡапҡа алдары тап-таҡыр итеп көрәлгән, өй алдындағы эскәмйәнең түшәге түшәлгән. Ҡапҡа тышында велосипед йә эйәрле ат, машина йә трактор булһа ла тора. 9 балаһы, 29 ейән-ейәнсәр, 38 бүлә-бүләсәрҙең бер-икеһе 65 йыл иңгә-иң терәп бәрәкәтле ғүмер кисергән атай-әсәй, олатай-өләсәйҙең хәлен белешә килә. 

Октябрь урамындағы 55-се йорттоң ишек, ҡапҡа алдары тап-таҡыр итеп көрәлгән, өй алдындағы эскәмйәнең түшәге түшәлгән. Ҡапҡа тышында велосипед йә эйәрле ат, машина йә трактор булһа ла тора. 9 балаһы, 29 ейән-ейәнсәр, 38 бүлә-бүләсәрҙең бер-икеһе 65 йыл иңгә-иң терәп бәрәкәтле ғүмер кисергән атай-әсәй, олатай-өләсәйҙең хәлен белешә килә. 
...1901 йылғы Салауатов Моталлип менән Сәхипъямалдың эшсән ғаиләһендә Хәйриямал, Зиннур, Ривал, Люциә атлы балалар ир етә. 37-се йыл уҡырға төшкән Зиннур арифметикаға шәп була. Маликов Мәһәҙей менән икеһен Салауатова Хәсбиямал, Миндеғолова Мәрхәбә апайҙары таҙа, матур яҙыуҙары өсөн маҡтап ҡына тора. 5-се класты ғына уҡып өлгөрәләр, ҡәһәрле һуғыш башлана. «...1942 йыл, бесән мәле. Звенола ҡуна ятып эшләйбеҙ. 13 йәшлек Зиннур ағай - конюх. Мин күбә тарттырам. Ауылда ир-ат булмағас, Ҡасҡынов Салауат ҡартты хеҙмәт армияһынан һорап ҡайтартып алдылар. Ул - звено башлығы. Әбейе Хөсниямал күбә ебәреүсе, аш-һыу тәрбиәләй. Самауыр менән сәй ҡайната, беҙ биҙрәләп тубырсыҡ йыйып әпкиләбеҙ. Ашарға самалап һоло оно бирәләр, иләүҙән ҡалған кәбәккә балтырған, ҡуҙғалаҡ ҡушып, өйрә бешереп эскән булабыҙ. Ҡышын ОТФ, ҠТФ, СТФ-ларға утын-бесән ташыйбыҙ, мал-тыуар ҡарайбыҙ, ояларын таҙалайбыҙ. 1944-1945 йылдарҙа көн үгеҙгә ҡалды. Егеп, ер һөрәбеҙ, утын-бесән ташыйбыҙ. Үгеҙ йыбанһа, ята ла ҡуя, эт ҡарышҡыры, торғоҙормон, тимә. Зиннур ағай менән бер ҡулдан эшләнек. Үҙе тилбер, әрһеҙ, һүҙгә әүәҫ булды. Атаһы, Бешәке Ағиҙелгә ҡойған ерҙә тирмән булды бит, шунда эшләне. Ҡайтышлай туҡтап, ат-үгеҙҙе ял иттереп, үҙебеҙ тамаҡ ялғап китәбеҙ. 1950 йыл, март айы. Батман ҡолағынан Кәлтәгәүҙәге фермаға бесән ташыйбыҙ. Икенсе рейсҡа аттар арый ҙа ҡуя. Ат-сананы ҡалдырып, ауылға ҡайтып килһәк, Моталлип ағай килә повестка тотоп. Иртәгәһенә ағайыбыҙ әрме хеҙмәтенә китте. Кәлтәгәү тамағына тиклем оҙата барҙыҡ», - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Барый ағай Ишҡыуатов. 
«Повестканы алыу менән пекарь Мырҙағолов Шәһит ағайға йүгерҙем. Теге алып килгән бер йөк ҡоро утын өсөн юллыҡ икмәк йә он бир инде, тип. Иртәгәһен Науразбаев Мөхәмәт, Ишемғолов Мөхәмәтдин ағайҙар райондан алты егетте пар атлы саналарға тейәп, Көртмәле урманы аша туранан Стәрлегә алып киттеләр. Өфөлә тирә-яҡтан йыйылған алты вагон һалдатты Тулаға оҙаттылар. Унда әҙерлек үткәс, яҡташым Күлбаев Ниязбай менән Мәскәүгә хеҙмәт үтәһе урынға килдек.Мөхәмәтйәнов Ырыҫйән, Юлсурин Азат, Маликов Зәки, Барыев Самат минең хеҙмәттәштәрем. Ниязбай шул тиклем үткен, белемле, тоғро, бүлмәләш дуҫ булды. Мин - поезда, ул самолетта Сахалин, Владивосток, Урта Азия, Украинаға аҡса ташыныҡ. Зәки - Мәскәүҙән Ҡазанға. «Казанский» ҡушаматы ла шуға бәйле инде. Увольнительный менән сыҡҡанда, ҡыҙҙарға күҙ һалыштырғылап йөрөй торғас, руссаға ла шәп, алсаҡ, ипле Нурсәнә исемле ҡыҙ йөрәккә ут һалды бит. Эргәләге бер ауылдан килеп, эшләп йөрөй, Мәскәүҙә апайында йәшәй. Һуҙмаҡайҙы һуҙҙырмай, Ниязбай менән Ишкинин Фәсхетдин, башҡа иптәштәр никахты туйлатып та ҡуйҙылар. Мәскәүҙә хеҙмәт иткән Ғәлин Ғәлиәхмәтте, студент Һөйәрғолов Муллайәнде табып алып, аралашып йәшәнек. Сахалинға барғанда һөргөнгә ебәрелгән репрессия ҡорбаны Салауатов Әбделвәхит хәҙрәтте лә табып, осрашып-һәйләшергә насип булды», - тип хәтер йомғағын һүтә салт зиһенле Зиннур бабай. 
Ата-инә - йәше, улы-ҡыҙы эше менән. РФ-ның мәғариф отличнигы, «Иң яҡшы уҡытыусы» Грантына, РФ-ның һәм БР-ҙың грамоталарына лайыҡ Нәҙирә Шәрипованы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалағы хеҙмәткәре Һәҙиә Хәсәнованы, хеҙмәттәре РФ-ның һәм БР-ҙың Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған Әлиә Ғазина, Айрат һәм Раян Салауатовтарҙы, БР-ҙың мәғариф отличнигы Розалия Әлибакованы, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ Фирҙәүес Салауатованы районда белмәгәндәр һирәктер. 
Яр Саллыла ун һигеҙ йыл теплицала йәшелсә үҫтергән, бөгөнгө көндә Сибай элеваторында йәшелсәсе-технолог булып эшләгән Хәҙисә лә хеҙмәт ветераны. Нәби егете Салауат Йәнсурин бергә йәшәүебеҙгә 40 йыл тулырға биш көн ҡалғас баҡыйлыҡҡа күсте, ти ике бала әсәһе, өс ейәнсәр өләсәһе. «Байназар мәктәбендә «Техник әҙерлек» дәресендә уҡып алған тракторист танытмаһы менән заводта погрузчикта эшләнем, трамвай ҙа йөрөттөм, ун ике йыл башня краны машинисы булып эшләп, льготалы пенсия алам, әле лә ошо һөнәремдә. Ун һигеҙ ҡатлы йорт төҙөй башлағайныҡ, әсәйем ауырып торғас, ҡайтырға тура килде», - ти «истамкиндар» яғы килене Әлфиә Исламғолова. 
«Атайымды ат-санаһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ауыл халҡына утын-бесән ташыһа ла эш хаҡына алмашҡа бер пар бейәләй йә нәски, йә башҡа донъя кәрәк-ярағы алып ҡайтыр ине. Эсеп-тартып, аҙып-туҙып йөрөмәне, әсәйебеҙҙе ҡурсалап ҡына торҙо. Ҡулы йомшаҡ, тип үр яҡтыҡылар һуғым һуйырға саҡырып торҙолар. Быймаларыбыҙҙы ямап, йәйеп-киптереп, элгес-төймәләребеҙҙе тағып, кеҫәбеҙҙән бейәләйҙәребеҙҙе алып, киптереп ҡуя торғайны. Ҡойоло көндәрҙә мейес башында таста итек-бутыйҙарҙы йыуырға һыу ултырҙы. Ғүмере буйы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән әсәйемә ярҙамға мин барам да мин барам тип, талаша-талаша барабыҙ. Мейестәрҙең уты бөткәнсе, дәрес әҙерләйбеҙ. Клубта балаларға кино булһа, ҡарарға ҡалабыҙ. Ике йә өс алып ҡайтһаң, кино эләкмәй. Эргәбеҙҙә бала-саға сыр-сыу килде. Уйындан, шаярыуҙан тыйманылар. Үҙҙәре лә ҡушылып, ихлас уйнап ала торғайнылар. Әсәйем ҙур табала кәртүк бәрәмәсе бешерә лә, беҙгә килгән күрше-тирә, туған-тыумасаның балалары рәхәтләнеп һыйланабыҙ. Ҡатырға, шешә ҡапҡастарынан, йомро таяҡты бысып эшләп алған шәшке, домино, лотолар менән уйнай инек», - тип баллы баласаҡ хәтирәләрен барлай Әлфиә. 
«Айыу ҡыҙы була яҙғанмын, - тип әңгәмәгә ҡушыла Хәҙисә. Урыҫ күрегендә бесәндә ятҡанбыҙ.Ҡыуышта Айрат - сәңгелдәктә, мине билдән бәйләп ултыртып, үҙҙәре яҡындараҡ бесән йыйып йөрөгәндәр. Хорхолдаған, шаптырҙаған тауышҡа килһәләр, ҡыуыш ауыҙына яҡыныраҡ елде бер айыу йөрөй, ти, еҫкәнеп. Өҫтәрәк ҡабаҡ буйында йөрөгән почта начальнигы Ишбаев апа шау-шыуҙы ишетеп, наганынан һауаға атып ебәрә, айыу урманға һыпырта.
Әкиәтле өләсәйҙәребеҙ күп булды. Өмөкамалы - өлкән өләсәй, Хәбирәһе - бәләкәй, атайҙың әсәһе Сәхипъямал - өләсәй, Мәхүпъямал Тулыбаева - ҡарт өләсәй. Улар - беҙҙең күҙ-ҡолаҡ, бик-йоҙаҡ. Мәскәүҙең үҙендә ике өләсәйебеҙ булды. Әсәйебеҙ ғүмер буйы Мәскәүен, туғандарын һағына. Йыш ҡына берәйебеҙ менән барып ҡайтабыҙ. Быйыл Раяндың сираты», - тип әңгәмәгә нөктә ҡуя Хәҙисә. 
Ауыл мәҙәниәт йортонда Алтын туй, «Ныҡлы ғаилә - ныҡлы Рәсәй», район буйынса 60 йыл бергә йәшәгәндәрҙең осрашыуы, 1988 йыл «Бөтә Союз социалистик ярыш еңеүсеһе» вымпелын тапшырған мәлдәрен, Йәлил, Илшат, Илнар, Мараттарҙың һалдат кейемендә армиянан ебәргән, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәләрҙең заманса төшкән фотолары өнһөҙ генә тарих һөйләй. 
«Яр Саллы баҙарында ауыр сумкалар күтәргән ҡатын менән һөйләшеп киттек. Әсәһенә аҙыҡ-түлек алған. Беҙҙең тирәлә йәшәгәнен белгәс, ярҙамлашып, бергә киттек. Өйҙәре тапҡырына еткәс, әйҙә, инеп сәй эсеп, хәл белеп сығайыҡ, тигәс, индем. Алсаҡ, һәйбәт кенә әбей ҡаршыланы. Сәй ҡайнағансы, ҡарай тор, тип, фотоальбом бирҙеләр. Асып ебәрһәм, тәүге битендә үк атайымдың хәрби кейемдәге әрме фотоһы. Тән эҫеле-һыуыҡлы булып, баштан йүнле-йүнһеҙ уйҙар үтеп өлгөрҙө. Был кем, тип әбейҙән һорай һалдым. Минең иремдең яҡын ғына туғаны, ти. Ауылдаш Салауатов Әүбәкер апаның тәүге ҡатыны Фатима булып сыҡты бит әбейем. Тәүҙә Белоретта йәшәгәндәр. Йән тартмаһа ла ҡан тарта, тип аралашып йәшәнек. 1995 йыл фотоның күсермәһен өйгә алып ҡайттым», - ти Әлфиә. 
«Ветерандар советының яңы рәйесе И. Мәрәсов менән С. Аратов ҡустылар, хакимиәттән Ғ. Хәлитов, атайым Салауатов Моталлип Әхәт улының исем-шәрифе яҙылған, тип «Уларҙың исеме онотолмай» китабын, Президент В. В. Путиндың ҡотлау хатын өйөмә алып килеп тапшырҙылар, бүләкләнеләр. Үҙебеҙҙән Ғ. Ишбулатов, Б. Ишҡыуатов, И. Тажитов, Х. Салауатов, ауыл ветерандар советының яңы рәйесе С. Алтынбаев, рәхмәт яуғырҙары, килеп, ғүмер байрамы яһап киттеләр, хәл-әхеүәлде лә белешеп кенә торалар», - тип ҡыуанып, алғышланып ултыра тапҡанын - тота, ҡапҡанын йота белеп, тәүфиҡҡа бәхет эйәртеп, ғүмере менән өлгө, аҡылы менән маяҡ булып матур йәшәгән, туҡһанында ла тыҡ баҫып йөрөгән Байназар аҡһаҡалы Салауатов Зиннур Моталлип улы. 
Фәнүзә Ишбаева.
Читайте нас: