22-23 февралдә районда йолаға әйләнгән «Ҡыш байрамы-2019» уҙғарыла.
22 февраль көнө Башҡорт Дәүләт ҡурсаулығының этник-экскурcион комплексында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» үтәсәк. Программала районда туризмды үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында спорт уйындары (милли көрәш, уҡтан атыу, арҡан тартыш, килен-ҡәйнә арҡан тартышы, таяҡ тартыш, таш ярыу, суҡмар ырғытыу), ат сабыштырыу һәм «Ылаҡ» уйыны үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ «Урал» ФОК-ында төрлө спорт саралары ойошторола.
23 февраль көнө Иҫке Собханғол ауылының Күҙәмбәт яланында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан саналы аттар ярышының 50 йыллыҡ юбилейы үткәрелә.
Ярыш бер нисә этапта уҙа:
- Таҙа ҡанлы юртаҡтар ярышы (һыбай). Дистанция - 2 км (1 әйләнеш);
- Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан саналы аттар ярышы - “Бәйге». Дистанция - 8 км (4 әйләнеш).
- Башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбай ярыш. Дистанция - 4 км (2 әйләнеш).
- Ат ярышының 50 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә саналы юртаҡтар ярышы. Дистанция - 10 км (5 әйләнеш).
Шулай уҡ командалар араһында Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтың күсмә кубогы уйнатыласаҡ.
- Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың аттарын һәм саналарын биҙәү буйынса ярыш ойоштороласаҡ.
- Ат һөйөүселәр ярышы. Был ярыштың шарттары бик ябай: туғарылған аттарын кире саналарына егеп, бер әйләнеш сабып йә елеп килергә кәрәк.