Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
29 Декабрь 2018, 13:49

Бала ҡыуанысы - үҙе бәхет

Икенсе йыл рәттән районда ишле һәм аҙ тәьмин ителгән, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн муниципаль шыршы байрамы үткәрелә. Сара район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Маша һәм Айыу мажаралары” тамашаһы менән башланды. Ролдәргә ихлас инеп, балалар ғына түгел, оло кеше ышанырлыҡ, мөкиббән китеп ҡарарлыҡ итеп уйнанылар үҙебеҙҙең әртистәр..

Икенсе йыл рәттән районда ишле һәм аҙ тәьмин ителгән, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн муниципаль шыршы байрамы үткәрелә.
Сара район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Маша һәм Айыу мажаралары” тамашаһы менән башланды. Ролдәргә ихлас инеп, балалар ғына түгел, оло кеше ышанырлыҡ, мөкиббән китеп ҡарарлыҡ итеп уйнанылар үҙебеҙҙең әртистәр.
Машаға бүләк алып килгән Ҡыш бабайҙың уның өй адресын тапмай аҙашып йөрөүе хәлде киҫкен бороп ебәрҙе – туңмай ятҡан ҡаранда йыуынып-сайынып алырға ниәтләгән ҡарттың быймаһы боҙға йәбешеп ҡалып, һыуҙа юҡ та булды. Сумып-сумып эҙләһә лә, Ҡыш бабай уны таба алманы. Төп герой ошо табылмаҫ быймаһы менән аҙапланған арала теге ике ас Бүре уның сисеп һалған тунын да, күстәнәсле тоғон да сәлдерҙе. Унан... береһе – Ҡыш бабай, икенсеһе Ҡарһылыу кейемдәрен кейеп, ҡышҡы урманда януар-йәнлекте ҡурҡытып йөрөнө.
Ҡурҡып ҡалтыранған йәнлек-януар Маша менән Айыу эргәһенә йыйылды. Ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғын табып алған Маша уның менән ергә һуғып алғас, бур Бүреләр йығылып китте. Аҙаҡ ғәфү үтенделәр, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә вәғәҙә бирҙеләр. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай барыһын байрам менән тәбрикләне, бүләк-күстәнәстәр таратты, урмандағы барлыҡ йәнлек-януар әйлән-бәйләнгә төштө...
Хас башҡорт мәҡәлендәгесә, Бүреләр ҙә туҡ, Ҡыш бабай ҙа иҫән, кейек-януарҙар ҙа, бала-саға ла күстәнәсле, бүләкле, матур кәйефле булып тамаша аҙағына етте.
Шыршы байрамына килгән 72 баланы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡотлап: ”Яңы йылдан һәр бала ниндәйҙер тылсым, мөғжизә көтә. Бөгөн балаларын ошондай матур тамашаға алып килгән ата-әсәләргә, опекундарға рәхмәт – бала күңелен күреүҙән дә изге ғәмәл юҡ. Яңы йылда һәр берегеҙ - уҡыуҙа булһынмы, сәнғәттәме, башҡа берәй күңелегеҙ ятҡан нәмәләме – уңышҡа өлгәшһен! Һәр ваҡыт яҡшыға, изгелеккә, матурлыҡҡа ынтылып йәшәгеҙ», - тине.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов та изге теләктәрен еткерҙе. Артабан балалар район етәкселәре менән бергә иҫтәлеккә фотоға төштө. Унан спорт залында Яңы йыл бал-маскарады башланып китте. Балалар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне.
Һәләтлеләр сәхнәгә менеп үҙ оҫталығын күрһәтте.
Байназарҙан Батыр Вәлиевтың дәртле йыры, Иҫке Собханғолдан Нәркәс Сафинаның сығышы бик матур булды. Ә Яңы Усман ауылы егете Фаяз Ғибәҙәтов ысын әртистәрҙән кәм йырламаны.
Шыршы байрамынан һуң балаларҙы төшкө аш һәм Ҡыш бабай күстәнәс-бүләктәре көтә ине.
Был байрам барыһына ла оҡшаны. Балалар тамашанан ихлас һөйөнөп таралышты.
А. Рәжәпова.
Читайте нас: