Уттар яна һәр бер өйҙә, һәр урамда, тип йырлай торғайныҡ яңы йыл байрамдарында бәләкәй саҡта. Яңы йыл һулышы быйыл декабрь башынан уҡ һиҙелә – шыршылар биҙәлә, боҙ ҡаласыҡтары эшләнә. 10 декабрь көнө, дөрөҫөрәге, көн бер аҙ эңергә тартыуға, район мәҙәниәт һарайы, район хакимиәте, мәғариф бүлеге һ.б. учреждениелар алдындағы шыршыларҙа уттар ҡабыҙылып, яңы йыл байрамына арналған сараларға (тимәк, байрам кәйефенә лә тигән һүҙ) старт бирелде.
Район үҙәге яҡтырып, нурланып киткәндәй тойолдо. Урта тирә генә түгел, яңы йылды район үҙәгенең Ағиҙел буйлап үткән урау юлы ла яҡтырып ҡаршыланы. Йылға буйына бағаналар ултыртылып, уларҙа уттар тоҡандырылды. Юл ғына түгел, йылға өҫтө лә яп-яҡты хәҙер. Афарин!
Яңы йыл яңы бәхеттәр, уңыштар, иң мөһиме, ил-йортҡа именлек, тыныслыҡ, йорттарыбыҙға бәрәкәт, ырыҫ алып килһен!